Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Май 2020, 18:32

БАРЛЫҠ ҒАИЛӘЛӘРГӘ ЛӘ ҠАҒЫЛА

Президент Владимир Путин балалары булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы буйынса яңы саралар хаҡында белдергәйне.Ошо хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова беҙҙең журнал сайтында үҙ фекерҙәре менән бүлеште:

-Рәсәй Президентының яңы йөкләмәһен тормошҡа ашырыу маҡсатында ил хөкүмәте ҡарар ҡабул итте. Уға ярашлы тәғәйенләнгән социаль ярҙамдың икәүһе - балалары булған барлыҡ ғаиләләргә лә ҡағыла. Бында ғаиләнең килем кимәле һәм мохтажлығы иҫәпкә алынмай.   
Тәүге сараға килгәндә, әгәр ҙә ғаиләләге бала 2017 йылдың 1 апреленән алып 2020 йылдың 1 ғинуар арауығына тиклем донъяға килгән икән, тимәк  ғаиләгә апрель, май, июнь айҙарына һәр бала өсөн 5 мең һум күләмендә аҡса түләнә. Йәғни ата-әсәнең 15 мең һум аҡса алыу хоҡуғы бар.
Икенсе ярҙам да илдә йәшәүсе барлыҡ ғаиләләргә ҡағыла. Ул иһә - бер тапҡыр түләнә торған 10 мең һум аҡса. Уға өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ата- әсәләр дәғүә итә ала. Был исемлеккә 16 йәше 2020 йылдың 1 июлендә тулған балалар ҙа инә.
Был ярҙамды алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Уның өсөн дәүләт хеҙмәтләндереү порталына йә иһә пенсия фондының урындағы идаралыҡтарына  шәхсән мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
Фото Башинформдан алынды.
Читайте нас: