Ауыл уттары
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Июнь 2020, 11:25

ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАЙ

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө Донъя бик ашығыс үҙгәрә. Тормошобоҙға көндән-көн яңы асыштар, төрлө ҡорамалдар, хеҙмәттәр үтеп инеп, йәшәү еңеләйә бара. Әммә бер ниндәй ҙә алға барыш күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуҙы, башҡа кешене аңлауҙы, хәстәрҙе алмаштыра алмай. Былар бигерәк тә өлкән быуын кешеләренә етмәйҙер: уларға йорт-ҡура тирәһендәге ярҙамдан тыш, иғтибар, ихтирам һәм йылы һүҙ ҙә кәрәк.

Тап шуға ла донъяла бер ҡасан да ихтыяж кәмемәҫлек бер һөнәр бар. Был профессия эйәләре 8 июнь үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләйҙәр. Һүҙ социаль хеҙмәткәрҙәр тураһында бара. Рәсәйҙә социаль хеҙмәткәр көнө 2000 йылдың октябрендә булдырылған рәсми һөнәри байрам. Быйылғы йылда был көн 20-се тапҡыр билдәләнә. Һөнәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы Бөйөк Петр исеме менән бәйле: тап ул 1701 йылда ҡарттар, ғәриптәр өсөн махсус хәйриә йорто төҙөргә бойора. Был йортта ауырыу, хеҙмәткә ярамаған кешеләргә ҡыйыҡ бирәләр, ашаталар, ҡарайҙар. Заманса халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре ошо йорттарҙан башланғыс ала ла инде. 1951 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы социаль эште һөнәри эшмәкәрлек тип таныған резолюция ҡабул итә.
Социаль хеҙмәткәр – бик кәрәкле һәм миһырбанлы һөнәр. Был профессияны башлыса күңел талабы буйынса һайлайҙарҙыр. Шуғалыр, статистика күрһәтеүенсә, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең 70 проценты – ҡатын-ҡыҙ.
Беҙҙең районда социаль хеҙмәтте Йылайыр районының “Преображенск социаль хеҙмәтләндереү үҙәге” күрһәтә. Ойошмала 27 кеше эшләй. Шуларҙың 24-те – социаль хеҙмәткәрҙәр. Директор урынбаҫары Ғәлиә Солтанова уларҙың барыһына ла үҙ эшен яратҡан, яуаплы, хәстәрле тип ҡылыҡһырлама бирә. Көн дә кәрәкле аҙыҡ-түлек, әйберҙәр артынан магазинға йәки дарыуханаға барыу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, өй йыйыштырыу –был исемлекте артабан да дауам итергә була...
Ошолар араһында эсәр һыу менән тәьмин итеү, өйҙө рәтләү, ҡыш көнө мейес яғыу кеүек эштәр иң йыш башҡарылған хеҙмәттәр исемлегендә икән. Социаль хеҙмәткәрҙәр көн һайын 90-дан 110-ға тиклем оло йәштәге һәм инвалид гражданды ҡарап өлгөрә, бер генә кешегә 10-ға яҡын хеҙмәт төрө күрһәтә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, өйҙәге социаль хеҙмәткә ихтыяжлы тип беҙҙең районда 326 кеше танылған.
Оло йәштәге һәм инвалидлығы булған кешеләрҙән тыш социаль хеҙмәткәрҙәр 3 йәшкә тиклем балаларҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ҡарау хеҙмәтен дә күрһәтә. Беҙҙең районда был хеҙмәт менән 8 ғаилә бушлай ҡуллана: социаль хеҙмәткәр килешеү буйынса аҙнаһына ике тапҡыр ике сәғәт баланы ҡарай.
Коронавирус пандемияһына бәйле социаль хеҙмәтләнешкә тағы ла мөһим йөкләмәләр өҫтәлде. Март айынан ойошмаға районға сит илдән ҡайтыусылар исемлеге килә. Бөтә 10 кеше лә иҫәпкә ҡуйылған, ә социаль хеҙмәткәрҙәр көн дә, социаль дистанцияны боҙмай, уларҙы йөрөп ҡарарға, шылтыратып үҙаллы изолияция режимын һаҡлауҙы иҫкәртеп торорға тейеш булдылар. Шунан һуң ойошмаға 14 көнлөк карантинды үтәргә тейешле Республика клиник дауаханаһынан, санитар-эпидемиологик хәл насар булған төбәктәрҙән ҡайтҡандар исемлеге килә. Һәм тағы йөрөп ҡарауҙар, шылтыратыуҙар. Бөгөнгө көндә был исемлектә бары тик өс кеше ҡалған – уларҙың үҙаллы изоляция ваҡыты бөтмәгән.
Тиҙҙән был исемлек контактлы, хроник ауырыуҙары булған 65 йәштән өлкән кешеләр менән тулыланасаҡ. Һуңғы исемлек иң ҙуры – 1291 кеше. Өлкән кешеләр бөгөн өйҙә булырға, сәбәпһеҙ урамға сыҡмаҫҡа тейештәр. Был категория кешеләре менән социаль хеҙмәткәрҙәрҙән тыш тағы ла 33 ирекмән эшләй.
Социаль хеҙмәткәрҙәр бөгөн шулай уҡ вахтанан ҡайтыусылар, обсерваторҙарҙан сығыусылар менән дә эшләйҙәр. Ҡыҫҡаһы, был яҙ райондың социаль хеҙмәтенә ялһыҙ һәм байрамдарһыҙ эшләргә тура килде.
Ғәлиә Хәйбулловна әйтеүенсә, коллектив ҡуйылған бурыстарҙы яҡшы атҡара, иң мөһиме, халыҡ килеп тыуған хәлгә аңлаусанлыҡ менән ҡарай, карантинды едти боҙоуҙар күҙәтелмәгән.
Пандемия ваҡытында айырыуса әүҙемлекте улар араһынан Матрай ауылынан Г. Ә. Яҡупова, Йылайырҙан Г. В. Константинова, Юлдыбайҙан Ф. Ә. Камалова, Шанскиҙан Д. Й. Яманаев, Һабырҙан В. Т. Әҙеһәмова, Сидоровканан Г. Х. Дәүләтҡолова, Сәләхтән Т. Х. Мусина, Байғужанан Г. Й. Сыңғыҙова күрһәткән.
Ә киләһе хеҙмәткәрҙәр 65 йәштән өлкән кешеләрҙе беренсе кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙә әүҙем ярҙамсы булған: М. П. Баскакова, С. А. Кирикова, О. Н. Коркешко, И. С. Леонова, Л. Ф. Шаранова, Е. А. Лазерова (Кананикольск ауылы), Е. М. Сафонова (Дмитриевка ауылы), Г. М. Сабитова (Матрай ауылы), М. С. Ҡашҡарова (Ҡашҡар ауылы), И. И. Шарова, А. В. Бабушкин (Петровка ауылы), Е. И. Андреева ( Иван- Ҡыуалат ауылы), В. Ш. Юлсурина (Ҡыҙҙар-Биргән ауылы), Т. М. Миногина (Йылайыр ауылы) , А. С. Андреева (Бәрҙәш ауылы), А. К. Сыңғыҙова (Япарһаҙ ауылы).
Бына шулай, райондың социаль хеҙмәткәрҙәре ҡайһы саҡ хатта үҙ һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, намыҫлы хеҙмәт итәләр.
Һеҙҙе, хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр, һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Үтә лә кәрәкле, яуаплы һәм мәрхәмәтле эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
И. Парфенова.
Читайте нас: