2017 йылдан республикала тәүге балалары тыуған йәш ғаиләләр торлаҡ һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙам ала башлай. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитет башлыҡтары менән уҙғарған демография мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.
— Оҙаҡламай бала тыуғанда йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға быйылдан 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙәр хаҡындағы Ҡарарға ҡул ҡуям, – тине Рөстәм Хәмитов. – Муниципаль райондарға һәм ҡала округтарына ла үҙ ярҙам саралары өҫтөндә эшләргә кәрәк, тип иҫәпләйем. Республика предприятиелары һәм ойошмалары ла ситтә ҡалмаҫҡа тейеш.
Шул уҡ ваҡытта тыуымды дәртләндереү өсөн берҙән-бер матди сара ғына булырға тейеш түгел, тип билдәләне республика Башлығы.
— Бында барыһы ла мөһим – тәү сиратта лайыҡлы һәм тотороҡло эш хаҡы менән эш урындары, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге, уңайлы социаль һәм транспорт инфраструктураһы, мәҙәни мөхит, сәләмәт экологик хәл, ижтимәғи хәүефһеҙлек, хоҡуҡ тәртибе һәм урындарҙа башҡа тормош сифатын билдәләүсе факторҙарҙы булдырыу зарур, – тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. – Әсәлек, аталыҡ, ғаилә, сәләмәт тормош ҡиммәттәрен нығытыу буйынса маҡсатлы идеологик эш талап ителә, айырыуса йәштәр менән. Уның өсөн мәғариф учреждениелары, киң мәғлүмәт саралары, ижтимағи ойошмалар, агитациялау саралары эшләргә тейеш.