Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Февраль 2021, 10:39

Биш төрлө йортҡа Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре кермәҫ

Беренсе йорт

Барса ғәләмдәрҙе юҡтан бар ҡылыусы бөйөк ҡөҙрәт эйәһе Раббыбыҙ Аллаһы Тәғәләгә маҡтауҙарыбыҙ, хәмдү-ҫәнәләребеҙ, Уның биргән сикһеҙ ниғмәттәренә һанһыҙ шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Ошо сәғәттә барыбыҙҙың да ихлас күңелендән сыҡҡан сәләмдәребеҙҙе, салауат-шәрифтәребеҙҙе Аллаһы Раббыбыҙ ҡабул итеп, ошо Ғаләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән Рәсүлебеҙ Мөхәммәд (с.ғ.с.) рух-шәрифтәренә лә беҙҙән ирештерһә ине. Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ, дин ҡәрҙәштәрем!
Халҡыбыҙҙа элек-электән: «Әйтәһе һүҙеңде үлсәп әйт, Аллаһтың рәхмәт фәрештәләренең «әәмиин» тигән сәғәтенә тура килеү ихтимал», – тигән һүҙ бар. Кемдәр һуң улар рәхмәт фәрештәләре? Аллаһы Тәғәлә фәрештәләрҙе нурҙан бар ҡылды һәм кешеләр йәнәшәһендә йөрөгән һаҡсы фәрештәләр, шулай уҡ ғәмәлдәребеҙҙе теркәүсе фәрештәләр ҙә бар. Фәрештәләр араһында йәшәгән нигеҙебеҙгә, бәрәкәт, тыныслыҡ, именлек һораусы, Аллаһҡа доғала булыусы фәрештәләр – рәхмәт фәрештәләре лә бар.
Әммә Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай тигән: «Биш төрлө өйгә Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре кермәҫ». Ниндәй йорттар һуң был? Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай ти: «Әгәр ҙә бер йортта, бер нигеҙҙә атай-әсәй йәберләнһә, ҡыйырһытылһа, унда Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре булмаҫ». Мәғлүм, ғәзиз ҡәрҙәштәрем, Ислам динендә атай-әсәйҙәребеҙҙе рәнйетеү, ҡыйырһытыу ҙур гонаһтарҙан һанала. Бер ваҡыт Пәйғәмберебеҙ (с.ғ.с.) сәхәбәләренә мөрәжәғәт итеп: «Эй ҡәрҙәштәрем, һеҙгә иң ҙур гонаһтарҙан тағын да ҙурыраҡ гонаһ тураһында хәбәр бирәйемме?» – тигәс, сәхәбәләр: «Әйтсе, Аллаһтың Рәсүле», – тине. «Аллаһҡа тиңдәш ҡуйыу менән ата-әсәләрегеҙҙе рәнйетеү», – тип әйтте Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.). Шулай булғас, әгәр ҙә бер нигеҙҙә ата-әсә рәнйетелһә, унда рәхмәт фәрештәләре тормаҫ, рәхмәт фәрештәләре булмаһа, нигеҙҙә тыныслыҡ, именлек тә булмаҫ.
Икенсе йорт – «Аллаһтың фәрештәләре шундай йортҡа кермәҫ, әгәр шул йортта туғанлыҡ хаҡы һаҡланмаһа», – ти Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.). Ғәзиз ҡәрҙәштәрем, әгәр берәйебеҙ туғанлыҡ мөнәсәбәтен өҙөп, туғанлыҡ хаҡын һаҡламайса йәшәһә, ошо нигеҙгә лә рәхмәт фәрештәләре кермәҫ. Егерме беренсе быуатта туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә артыҡ игғтибар бирелмәй башланы, ҡыҙғаныс. Һәр беребеҙҙең кеҫә телефондары бар бит, шул телефондарыбыҙҙа туғандарыбыҙҙың исемдәре лә, номерҙары ла яҙылған, ләкин ошо туғаныбыҙҙың номерын йыйып, хәл-әхүәлдәрен белешергә лә ваҡытыбыҙ етмәй, иренәбеҙ. Эй ҡәрҙәштәрем, туғандарыбыҙҙың хаҡын һаҡлағанда, уларҙы хөрмәт итеп, ҙурлап йәшәгәндә генә Аллаһы Тәғәлә беҙгә һәм торған нигеҙҙәребеҙгә, йорттарыбыҙға бәрәкәт бирә.
Йәнә Аллаһтың фәрештәләре кермәгән өсөнсө йорт – Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай ти: «Әгәр ҙә бер йортта йәтимдәрҙең малы ашалһа һәм золом юл менән башҡа кешеләрҙең малы тартып алынып, шул ҡулланылһа, унда ла Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре кермәҫ». Эй дин ҡәрҙәштәрем, йәшәгән нигеҙебеҙ мәсет һымаҡ, шулай булғас, ошо нигеҙебеҙҙә йәшәгәндә лә ашаған ризығыбыҙ, ошо нигеҙебеҙгә туплаған малыбыҙ тураһында ла уйланырға тейешбеҙ. Ниндәй юлдар менән кәсеп итәбеҙ? Ниндәй мал ҡулланабыҙ, ниндәй ризыҡ ашайбыҙ? Тыныслыҡҡа ирешергә теләйбеҙ икән, ҡәрҙәштәрем, йәтимдәрҙең малынан, уларҙың ризығынан йыраҡ булып йәшәһәк ине.
Дүртенсе йорт – Аллаһ Рәсүле (с.ғ.с.) былай тигән: «Әгәр берәүҙең йәшәгән нигеҙендә эт йәшәһә йә иһә һүрәт булһа, унда ла Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре кермәҫ». Ғәзиз мосолмандар, хәҙерге заманда халҡыбыҙға хас булмаған бер ғәҙәт барлыҡҡа килде. Ул да булһа – фатирҙарыбыҙҙа эттәр аҫрай башланыҡ. Ярай ул, әгәр һин ауылда йәшәһәң, малыңды һаҡлар өсөн
урамда йәки ишек алдыңда эт тотһаң, бының зарары юҡ. Ләкин йәшәгән фатирҙарыбыҙҙа, йоҡлаған урын-ерҙәребеҙҙә эттәр тота башланыҡ. Ғәзиз ҡәрҙәштәрем, Ислам динендә эт пак хайыуандарҙан түгел, мосолмандың йәшәгән йорто таҙа, пак булырға тейешле. Шулай булғас, «йорт этеме ул, урам этеме ул» тигән һүҙ беҙҙә юҡ, эт – эт булып ҡала, шуға күрә мосолмандың нигеҙендә эт булырға тейеш түгел. Нигеҙебеҙҙә, йәғни фатирҙарыбыҙҙа, беҙҙең менән бергә эт йәшәй икән, ул ваҡытта Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре ул нигеҙебеҙҙә булмаҫ.
Бишенсеһе – Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай тине: «Әгәр ҙә бер йортта һаҫыҡ еҫ булһа, унда ла Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре кермәҫ». Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) беҙҙе һарымһаҡ һәм һыуған ашап намаҙға баҫыуҙан тыйҙы. Эйе, һарымһаҡ һәм һыуғандан беҙҙең тәнебеҙгә шифа, дауа һәм файҙа бар, ләкин уларҙы ашағандан һуң беҙҙән шулар еҫе килә икән, намаҙға баҫыу ярамай. Был турала Пәйғәмбәребеҙ әйтә: «Фәрештәләр ләғнәт ҡылырҙар», – ти. Шуға ла ауыҙыбыҙҙы һыуған йәки һарымһаҡ еҫенән таҙартып намаҙға баҫһаҡ хәйерлерәк булыр.
Бөгөнгө көндө һыуған менән һарымһаҡ еҫтәренән хәтәрерәк еҫ таралды, ул да булһа, ҡәрҙәштәрем, тәмәке еҫе. Йәшәгән йорттарыбыҙҙа, ашаған аш бүлмәләребеҙҙә тәмәке тартыла башланы. Тәмәке тартыуҙан бер ниндәй файҙа юҡ, мәгәр зарар ғына килә: тәнебеҙгә ауырыу, малыбыҙға исраф, зыян килә. Ул тыйылған, ләкин кешеләр шуны ҡуллана башланылар.
???? Ғәзиз мосолмандар, Аллаһтың берлегенә, барлығына инанған Аллаһ бәндәһенең йортонда шулай уҡ һаҫыҡ еҫ тә булырға тейеш түгел. Мәсеттәргә киләләр ҙә: «Эй хәҙрәт, нигеҙебеҙ тыныс түгел, бәрәкәт китте, килеп Ҡөръән уҡый алмаҫһыҙмы икән, аҙан әйтә алмаҫһыҙмы икән», – тип үтенәләр, ялбаралар. Ләкин, эй мосолман, зарланыр алдынан, уйлан: бына ошо биш хәтәрҙең береһен эшләмәнеңме икән, шуның менән Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенән мәхрүм булманыңмы, ошо Аллаһ тыйған ғәмәлдәрҙе ҡылып, Аллаһтың рәхмәт фәрештәләрен йәшәгән нигеҙеңдән ҡыуып сығаманыңмы?
Ғәзиз мосолмандар, йәшәгән йорттарыбыҙ бәрәкәтле, тыныс-имен булһа ине. Әәәмииин! ????
Читайте нас: