Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Февраль 2021, 16:23

һәр район башлығына бүләк итәм

Өсөнсө сәғәт уҡыйым һәм үҙемә үҙем аптырайым тип яҙа Радий Хәбиров

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә тапшырылған бүләк тураһында яҙып сыҡты. “... Бына 23 февралгә китап бүләк иттеләр әле – “Мэрға 100 кәңәш”... Өсөнсө сәғәт уҡыйым һәм үҙемә үҙем аптырайым. Беренсенән, төҙөлөш отрядында ла, мэр булып та, ҙур төбәктә лә эшләгән кеше булараҡ дөрөҫөн әйтәйем: үтә емешле эшләгән яҙыусыларҙы яратып етмәйем. Ундайҙар тураһында хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы “өс тауыҡ менән дә етәкселек итеп ҡарамағандар” ти. Өфөгә килгәндә лә, авторҙар һүҙ эҙләп һис ҡасан да аҙапланманы, ниндәй ҙә булһа әһәмиәтһеҙ ваҡиғаны һөйрәп сығарып, унан ысынбарлыҡ яһарға тырышты... әммә! Миңә ҡалһа, китап оҡшаны, ябай, аңлайышлы, бик файҙалы итеп яҙылған. Әлбиттә, Ишембайҙа йәки Баймаҡта бөгөн үк Зарядьелағы йәки Прагалағы кеүек уңайлы йәшәү мөхите булырыу мөмкин түгел. Быны аңларға кәрәк. Иң мөһиме – китапта менторлыҡ юҡ, ә ҡалаларыбыҙҙы яҡшыртыу теләге сағылғандай. Алда – Өфөнөң 450 йыллығы. Бәлки, джентльмендар беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп, Өфөнөң ҡайҙа барғанын, урбанистиканың әүәлге күренештәре архаикаһына күмелмәгәнебеҙҙе күрергә килер, хатта яҡшы кәңәше менән ярҙам итер... Бик һәйбәт булыр ине. Ә юҡ икән, тимәк, юҡ, беҙ аффторҙарҙың “Өфөләге ҡот осҡос хәлдәр” тураһындағы ғәҙәти эскападаларын тыныс ҡына ҡабул итәсәкбеҙ, сөнки башҡорттарҙа шундай лаҡап бар – “Алға барған саҡта, һәр бер өргән эткә таш ырғытырға туҡтаһаң, һин бер ҡасан да маҡсатыңа етә алмаҫһың”. Быны Уинстон Черчилдең һүҙҙәре тип тә әйтәләр)) Әммә башҡорттар был ҡағиҙәне күптән һәм теүәл үтәй. Р.S. 23 февралгә был китапты һәр район башлығына бүләк итәм. Әле йүгереп йөрөп эҙләйбеҙ, һатып алабыҙ. Беҙгә 70 дана китап кәрәк)”, – тип яҙа Радий Хәбиров. Фото: vk.com
Читайте нас: