Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Апрель 2021, 15:14

“Урал аръяғы тауышы”нда

беҙҙекеләр һынатманы

Алдағы көндәрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсы үтте. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған был конкурс төрлө район-ҡалаларҙан килеүсе һәүәҫкәр йырсыларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алды.
Был конкурста беҙҙең райондың моңло тауышлы йырсылары Япарһаҙ ауылынан Сөмбөл Ҡотоева, Йылайырҙан Руслан Ҡанаҡасов, Ҡашҡарҙан Зарифа Юламанова ҡатнашты. Сөмбөл башҡарыуында "Йәшлегем шишмәләре", Зарифаның Әмир Моратов шиғырына яҙылған "Түңгәүер " йыры һәм Русландың гитарала уйнап башҡорт телендәге матур йырын башҡарғандан һуң, улар һайлап алыу турынан уңышлы үтте. Бәйгенең шарттары буйынса һайлап алынған бәйгеселәр батл, ярымфинал һәм финал турҙарын үтергә тейеш ине. Шулай ҙа, батл турынан ярымфиналға яҡташтарыбыҙ араһынан Зарифа Юламанова менән Руслан Ҡунаҡасов үтә.
Зарифаға был бәйгелә сығыш яһауҙа остазы – йырсы, вокал буйынса педагог Искәндәр Ғәзизов ярҙам итһә, Руслан Ҡунаҡасов менән Рәил Өмөтбаев дәрестәр үткәрҙе.
– Халыҡсан, башҡорт рухлы йырҙарыбыҙҙы ошондай бәйгегә алып сыға алғаныма ныҡ ҡына ҡыуанам, мин был бәйгелә ҡатнашып илһамланып ҡайттым, әлбиттә тулҡынланыу тойғолары бик көслө ине сөнки бик күп талантлы йәштәр ҡатнаштылар. Аллаға шөкөр, һайлап алыу турын үтеп
Бер түгел ике остаз миңә боролдо, шулай ҙа Искәндәр Ғәзизовтың командаһына инеп бик фәһемле дәрестәрҙә ҡатнашыуыма ҡыуанам, һуңынан батл тигән турҙан ярымфиналға ла үттем. Минең өсөн был ҙур асыш булды, сөнки ярымфиналға үтермен тип уйламағайным да мин. Батлда "Йәш ғүмер" йыры менән сығыш яһаным. Шулай итеп ярымфиналға ла үткәс икенсерәк образда сығайым тип, дәртле йыр һайланым һәм жюри ағзалары был аҙымымды аңлап ҡабул итте, матур теләктәрен еткерҙеләр. Тик финалға бер аҙым ғына ҡалғанда мин унан төшөп ҡалдым. Минеңсә ярымфиналға етеү үҙе бер оло еңеү, оло баһа алыу. Беҙҙе ошо бәйгегә ебәреүсе мәҙәниәт бүлеге етәкселегенә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерерәбеҙ. Бәйгелә ҡатнашып, матур, талантлы йәштәребеҙ бар але, тип ҡыуанып йөрөп ҡайтыҡ. Барыбыҙға ла эштәребеҙҙә ҙур уңыштар, мөмкинлек булғанда бәйгеләрҙән ситтә ҡалмайыҡ, барайыҡ ҡатнашайыҡ тигән теләктә ҡалам. Йөрөгән таш шымара тиҙәр бит әле халыҡта – тип, үҙенең тәъҫораттары менән уртаҡлашты Зарифа Юламанова.
Был бәйгелә үҙ көсөн һынап, матур йырҙар башҡарған өсөн яҡташтарыбыҙ бөтәһе лә конкурс Дипломдары менән бүләкләнделәр.
Эйе, районыбыҙ йыр-моңға ғашиҡ, дәртле, иманлы һәм талантҡа бай йәштәребеҙ менән ғорурлана ала. Шулай уҡ күренекле яҡташтарыбыҙҙың да күп булыуы, беҙгә был тойғоларҙың көслөлөгөн оноттормай. “Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсында ҡатнашып, районыбыҙ мәҙәниәтен күтәреп ҡайтҡан Сөмбөл, Зарифа һәм Русландың уңыштары тағы ла күп булһын һәм һәр ваҡыт ошондай әүҙемлекте, берҙәмлекте юғалтмай, йыр-моңдан айырылмай йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: