Ауыл уттары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Апрель 2021, 12:00

Тағы ла алименттар тураһында

13 апрелдә 16.00 сәғәттә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Instagram селтәрендәге рәсми сайтында суд приставтары алимент түләтеү тураһындағы һорауҙарға яуап бирәсәк, тип хәбәр итә идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте.

Аҙна һайын Instagram социаль селтәрендә (https://www.instagram.com/ufsspporb/ суд ҡарарҙарын мәжбүри үтәтеү органы хеҙмәткәрҙәре тура эфирҙа граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә. Үткән аҙнала, мәҫәлән, һалымдар һәм йыйымдарға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралғайны.
Был юлы алимент түләтеү темаһы күтәрелә. Суд приставтары Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре менән берлектә алимент түләтеү тәртибен аңлатасаҡ, уны түләргә мәжбүр итеү өсөн ниндәй саралар булыуын хәтергә төшөрәсәк.
Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы https://www.instagram.com/ufsspporb/ аккаунтының шәхси хәбәрҙәренә, йә [email protected] почтаһына ебәрергә, йә тура эфир барышында бирергә була. Вазифалы кешеләр тура эфирҙа һеҙҙең бөтә һорауҙарығыҙға ла яуап бирәсәк.
Ф.МОРТАЕВ.
Читайте нас: