Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Апрель 2021, 10:50

Уларға 10 мең һум аҡса түләнәсәк

Һәм ул ғаризаһыҙ, Пенсия фондында булған мәғлүмәт нигеҙендә түләнәсәк

Апрелдә “Демография” милли проектына ярашлы ветерандарға пенсия менән бергә Еңеү көнөнә 10 мең һум аҡса түләнә.
Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда түләүгә 166 инвалид һәм 479 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы иҫәп тота ала. «Алдан тейешле эш алып барылды, аҡса ғаризаһыҙ тәртиптә, Пенсия фондында булған мәғлүмәт нигеҙендә түләнә», — тип хәбәр итте бүлек идарасыһы Фоат Хантимеров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил биләмәһендә, шулай уҡ Латвия, Литва һәм Эстон республикаларында даими йәшәгән (Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар) Рәсәй граждандары йыл һайын 10 000 күләмендәге аҡсалата түләүгә хоҡуҡлы.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография
Читайте нас: