Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Май 2021, 14:14

“Ирекмәндәр – балаларға” акцияһы башланды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” миили проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә республика халҡы 20 майҙан 15 авгусҡа тиклем Х “Ирекмәндәр – балаларға” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша ала.

Сараны Тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларҙа ярҙам фонды ойоштора. Акция балаларға һәм балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеүгә, шулай уҡ Балалыҡ ун йыллығы бурыстарын үтәүгә йүнәлтелгән ирекмәнлек башланғыстары менән проекттарын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
7 – 27 июндә социаль селтәрҙә балалар ирекмәнлеген әүҙемләштереү буйынса “Өс аҙым” челленджы” ирекмәнлек проекты планлаштырыла. Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыу өсөн сараның төбәк ойоштороу комитетына 30 июнгә тиклем [email protected] адресы буйынса электрон ғариза тапшырыу шарт. “Ирекмәндәр – балаларға” акцияһы тураһындағы өҫтәмә мәғлүмәт фондтың www.fond-detyam.ru сайтында бирелә.
Читайте нас: