Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
15 Октябрь 2021, 12:01

Балалы ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам сараларынан ҡәнәғәтһегеҙме?

“Рәсәй өсөн” Халыҡ фронты” йәмәғәт ойошмаһы шул турала халыҡтан һорашыу үткәрә.

Балалы ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам сараларынан ҡәнәғәтһегеҙме?
Балалы ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам сараларынан ҡәнәғәтһегеҙме?

Балалы ғаиләләрҙән ошо темаға һорашыу үткәреп, Халыҡ фронты 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға социаль түләүҙәрҙең, бала ауырыу менән бәйле “больничный” буйынса түләүҙәрҙең һәм мәктәп уҡыусыларына 10 мең һум түләүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында ил Президенты указдарының һәм Хөкүмәт ҡарарҙарының үтәлешен тикшерә. 

Мониторингтың маҡсаты – Мохтаж категория граждандарының бөтәһе лә был түләүҙәрҙе аламы, уларҙы түләгәндә боҙоуҙарға юл ҡуйылмаймы, ҡайһы түләүҙәрҙе алғанда граждандар ниндәй проблемаларға осрай, кемдәр был түләүҙәргә дәғүә итә алһа ла, РФ Хөкүмәте ҡуйған критерийҙарға тап килмәй – бына ошоларҙы асыҡлау өсөн үткәрелә был мониторинг.

Һорашыу аноним рәүештә үткәрелә, әммә теләге булғандар тейешле бүлектә үҙе тураһында мәғлүмәт ҡалдыра ала. 

Һорауҙарға яуап биреү өсөн һылтанма: 

https://nk.onf.ru/surveys/Social_support_measures

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: