Ауыл уттары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
7 Декабрь 2021, 14:56

Ғаилә 120 мең һум һалым түләр ине...

Бындай программаға ике һәм унан күберәк балалы һәм көндөҙгө бүлектә уҡыған 24 йәшкәсә балалары булған ғаиләләр генә дәғүә итә ала

Ғаилә 120 мең һум һалым түләр ине...
Ғаилә 120 мең һум һалым түләр ине...

Шәхси йортто һатып алынған ваҡыттан алып 5 йыл үтмәйенсә уны кире һатҡан осраҡта хужа хөкүмәткә 13 процент һалым түләргә бурыслы ине. Күптәр өсөн был ҙур һан. Шуға ла ғаилә йәшәйешен яҡшыртыу маҡсаты менән быйыл торлаҡ һатҡанда балалы ғаиләләрҙең һалымдан азат ителеүе хаҡында Рәсәй президенты Владимир Путин указға ҡул ҡуйҙы. Мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа ғаилә ике миллион өс йөҙ һумға бер бүлмәле фатир һатып алған, ти. Ике йылдан һуң торлаҡты өс миллион ике йөҙ һумға һаталар. Был осраҡта ғаилә 120 мең һум һалым түләр ине. Яңы указға ярашлы, хәҙер шул һалымды түләргә кәрәкмәй. Тик бындай программаға ике һәм унан күберәк балалы һәм көндөҙгө бүлектә уҡыған 24 йәшкәсә балалары булған ғаиләләр генә дәғүә итә ала.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: