Ауыл уттары
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Апрель , 09:55

Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе

Йылайыр районы буйынса мәшғүллек үҙәгегендә  «Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе уҙҙы. 

Маҡсатлы аудитория: мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған эшһеҙ граждандар, эш урынын алмаштырырға теләгән граждандар, районда хеҙмәт баҙары менән ҡыҙыҡһынған кешеләр һәм мәктәп уҡыусылары.

Йәрминкәгә йыйылыусыларҙә сәләмләп Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары И. Р. Солтангәрәев сығыш яһаны. Бүлек начальнигы А.Т. Хәбибуллин сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, сараға килеүселәрҙе йәрминкәнең эш программаһы менән таныштырҙы.

Йәрминкәлә 75 кеше ҡатнашты, 50-гә яҡын вакантлы эш урыны тәҡдим ителде.

Йәрминкәгә килеүселәр өсөн мәғлүмәт стендтары әҙерләнде, теләгән һәр кем һөнәри йүнәлеш, психологик ярҙам, социаль адаптация, һөнәри белем биреү буйынса белгескә консультация һорап мөрәжәғәт итә алды, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойоштороу аспекттары, шулай уҡ инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса ла мәғлүмәт алды.

Был сара йәрминкәлә ҡатнашыусыларҙың күбеһенә үҙҙәренең потенциалын һәм мөмкинлектәрен асырға ярҙам иткәндер.

Фото: https://vk.com/club180899024

 

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: