Йылайыр ауылындағы балалар ижад мәктәбендә уҙған сарала бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашты. Улар барыһы ла байрамса кейенеп, шәп кәйеф менән килде балға. Мәктәп тышында уҡ бәләкәй ҡунаҡтарҙы “Маша и медведь” йәнһүрәте геройы – айыу ҡаршы алды. Балалар уның менән ҡосаҡлашып сәләмләшкәс, иҫтәлеккә фотоға төшөп кинәнде. Ә мәктәп ишеген асып ингәс, принцесса һәм рыцарҙарҙы биҙәлгән короналар тотоп ҡаршы алған апайҙар залға әйҙүкләне.
Иҫтә ҡалырлыҡ, йәмле сараға килгән балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов йылы сәләмләне. Уңыштар, һаулыҡ һәм бөтмәҫ энергия теләне.
- Бөтә хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашыуын теләйем, әлбиттә. Ата-әсәйҙәрегеҙҙең йылыһын, һөйөүен тойоп йәшәгеҙ, – тип тамамланы телмәрен башлыҡ.
Бәләкәй принцессалар һәм рыцарҙар балын биҙәп, Балалар ижад йорто тәрбиәләнеүселәре йырланы, бейене. Аҙаҡ күңелле уйындар уҙғарылды. Балалар рәхәтләнеп үҙ-ара ярышып, туп ташлап, үҙҙәрен мәргәнлеккә һынап ҡарап ҡыуанды. Сара һуңында бөтә балаларға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Балаларына үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге бүләк иткәндәре өсөн “Бәләкәй принцессалар һәм бәләкәй рыцарҙар турниры”нда ҡатнашҡан ата-әсәләр сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтле булды.