Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Июнь , 15:35

Батыр үлһә лә, даны үлмәй

Матрайҙар ауылдашы – махсус хәрби операция барышында һәләк булған рядовой Ринат Усман улы Түләбаев менән хушлашты.

Батыр үлһә лә, даны үлмәй
Батыр үлһә лә, даны үлмәй

Яугирҙе һуңғы юлға оҙатырға ауылдаштары, яҡындары, дуҫтары һәм класташтары килде. Матәм церемонияһында район хакимиәте башлығы Б.Н. Мелкоедов һәм Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов ҡатнашты.

Ринат Усман улы 1981 йылдың 11 авгусында Матрай ауылында тыуған. Күмәк балалы ғаиләлә буй еткергән.  Тыуған ауылы мәктәбен тамамлағас, 1999 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм Хабаровск крайында сик буйы һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, Хәйбулла районы буйынса эске эштәр бүлегендә эшләй. Аҙаҡ төрлө эштәрҙә йөрөй.

2022 йылдың сентябрь айында, Рәсәй Президентының өлөшләтә мобилизация тураһындағы Указына ярашлы, махсус хәрби операцияһы зонаһына ебәрелә. Рядовой Ринат Усман улы уҡсы-санитар булып хеҙмәт итә.

Яҡташыбыҙ Ринат Түләбаев 2024 йылдың 7 апрелендә, Украина, ЛНР һәм ДНР территорияһында барған махсус хәрби операцияла Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итә.

Ауылдаштары яугирҙе тыныс холоҡло, яҡшы кеше һәм ысын патриот итеп иҫкә ала.

Һәләк булған яугирҙең туғандарына һәм яҡындарына мөрәжәғәт итеп, район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов былай тине:

– Илебеҙ ауыр һынау алдында торғанда Ринат кеүек геройҙарыбыҙ булыуы ғорурландыра. Еребеҙҙе, азатлығыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һәм традицияларыбыҙҙы үҙ ғүмерҙәре менән яҡлаған геройҙар улар. Ринат шундай кешеләрҙең береһе булды. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда беҙҙе яҡлап сыҡҡан геройҙарҙың иҫтәлеген һаҡлайбыҙ. Хәҙер, махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың да исемдәре беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.  Геройҙарыбыҙ китә, әммә улар беҙҙең хәтерҙә мәңге ҡала. Һәм уларҙың иҫтәлеге таҙа һәм яҡты буласаҡ. Тыныс йоҡла, һалдат!

Ауылдаштарына рәхмәт һүҙе менән яугирҙең бер туған апаһы Лилиә лә мөрәжәғәт итеп, матрайҙарҙың берҙәм, дуҫ булыуҙарын әйтте һәм туғанын ерләшеүҙә күрһәткән ярҙамыдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Е.Венедиктов фотолары.

Батыр үлһә лә, даны үлмәй
Батыр үлһә лә, даны үлмәй
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: