Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Июнь , 16:05

Оят түгелме, Алтынай?

Ябай халыҡты митингтарға саҡырып, үҙе Америкаға ҡасҡан йырсы тураһында “Вәлитов TV" каналында һөйләйҙәр.

Халыҡты митингтарға сығырға әйҙәгән, аҙаҡ үҙе илдән ҡасып киткән Алтынай Вәлитов яңы видео яҙҙырған. Бөгөн ул Америкала бассейнлы фатирҙа йәшәп ята. Бының өсөн нимә кәрәк? Һорауға яуап ябай – Тыуған илде һатырға.

“Башҡортостандан үҙемдекеләр хатта бәйләнешкә лә сыҡманы. Был хәл кемдең кем икәнен күрһәтте. Ҡаҙаҡтар – көс”, – тип хурланы ул яҡташтарын.

Ошо турала “Вәлитов TV" каналы авторы һәм политолог Тимур Вәлитовтың сираттағы сығарылышында. Уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

“Баймаҡтағы ваҡиғалар тураһындағы беренсе роликҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Минең был хаҡта күҙәтеүем күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Аптырарға түгел, Баймаҡ ваҡиғалары бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Шул иҫәптән, мине лә.

Халҡыбыҙҙы кемдәр ҡаҡшатыуына ла туҡталғым килә. Уйлап ҡараһаң, бик ҡыҙыҡлы хәл килеп сыға бит, дуҫтар. Күҙ йәштәрен ағыҙып саҡырыусыларҙың береһе хәҙер - Америкала. Төрмәлә ултырған 70 егетте закон боҙоуға ул саҡырҙы түгелме?.. Ниндәйҙер сәйер икеләтә стандарттар, шулай түгелме, нисек уйлайһығыҙ? Саҡырыусы - Америкала. Был саҡырыуға яуап биргән кешеләр хәҙер төрмәлә ултыра. Шул уҡ ваҡытта ҡотортоусы, ҡәнәғәт йөҙ менән, камераға хурлыҡлы ҡасыуын төшөрә. Бөтә кеше ҡараһын өсөн Интернетҡа һала. Америкала йырсы карьераһын төҙөйәсәге тураһында оятһыҙ рәүештә һөйләй. Һеҙ бары тик ошоно тыңлағыҙ.

Һиңә, Алтынай, бында башҡа эшең юҡ кеүек тойоламы? Һин тотҡондарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү менән шөғөлләнергә тейешһең, сөнки һин уларҙы закон боҙоуға өндәнең. Һин ошо ҡатындар һәм балалар алдында ғәфү үтенергә, уларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә тейешһең. Быны аңларға һиңә, моғайын, мөмкинлек бирелмәгәндер. Һин ҡатының һәм балаң менән Лос-Анджелеста һай кимәлдә һабантуйҙар ойоштороп, сәхнәлә рәхәтләнеп һикереп йөрөйһөң. Һәм беҙгә Америкала карьера эшләү тураһында һөйләйһең. Һин ҡайҙа ла, һине тыңлап килгән егеттәр ҡайҙа?..” - тигән һорау бирә автор.

Фото: видеонан скрин.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-06-21/f-l-oktyabrskiy-a-f-rayonynda-ya-y-ob-ekttar-barly-a-kil-s-k-3818235

 

 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: