Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Июнь , 14:00

Трассала биш автомобиль бәрелешкән

Иглин районында биш автомобиль ҡатнашлығында етди юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Трассала биш автомобиль бәрелешкән
Трассала биш автомобиль бәрелешкән

БР Дәүләт Автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә кис М-5 трассаһының 1 498-се километрында КамАЗ, Volvo, ГАЗЕЛЬ NEXT йөк машиналары Һәм Lada Kalina, Hyundai Solaris еңел машиналары бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә өс кеше зыян күргән. Уларҙы дауаханаға оҙатҡандар. Ваҡиға факты буйынса тикшереү бара. Solaris такси компанияһына ҡарағанлығы билдәле.

Хөрмәтле водителдәр, юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Автотранспорт менән идара иткәндә юлдарҙа айырыуса һаҡ булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ һәм тиҙлек режимын һаҡлағыҙ!

Сығанаҡ: https://ufacitynews.ru/news/2024/06/21/v-bashkirii-na-trasse-stolknulis-pyat-avtomobilej/?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: