Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Июнь , 15:35

Уңайлы йәмәғәт мөхите – кешеләрҙең йәшәү сифаты күрһәткесе

Тораҡ пункттарҙың матур тышҡы ҡиәфәтен һәм халыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе. Сөнки уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Был үҙ эсенә – төҙөкләндерелгән парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү зоналарын, яҡшы үҫешкән инфраструктураны һәм мәҙәни сараларҙы индерә.

Уңайлы йәмәғәт мөхите – кешеләрҙең йәшәү сифаты күрһәткесе
Уңайлы йәмәғәт мөхите – кешеләрҙең йәшәү сифаты күрһәткесе

Һуңғы биш йылда республиканың тораҡ пункттарында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм реновациялау буйынса ҙур эш башҡарылды. Күп проекттар федераль средстволар йәлеп итеү иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Был, әлбиттә, төбәктең идара итеү командаһының көндәлек хеҙмәте һөҙөмтәһе.

Беҙҙең районда был эш сиктәрендә тормошҡа ашырылған иң ҙур тарихи һәм мәҙәни әһәмиәтле проект, һис шикһеҙ, 2021-2023 йылдарҙа Йылайыр ауылында Спас-Преображенский ғибәҙәтханаһын реставрациялау булды.

XIX быуат архитектура ҡомартҡыһы булған был храмдың яҙмышы бик фажиғәле. Ул бер нисә тапҡыр емереү һәм янғын кисерергә мәжбүр була. Был ғибәҙәтханаға хатта склад һәм кинотеатр ролендә булырға тура килә. Ярты быуаттан ашыу ауыл халҡы уны тергеҙеүгә өмөт бағлай, быға билдәле бер көс һала һәм быуат башында манараны тергеҙеүгә өлгәшә. Әммә ғибәҙәтханаға тәүге тарихи ҡиәфәт биреү уларҙың көсөнән һәм мөмкинлектәренән күпкә юғарыраҡ була.

«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының тормошҡа ашырған күп һанлы социаль программаларының береһе сиктәрендә был маҡсатҡа федераль средстволар бүленгәс, эш ысынбарлыҡта алға китә. Реставраторҙар лайыҡлы хеҙмәт итә, былтыр Йылайыр ауылының 275 йыллығына беҙҙең ғибәҙәтхана үҙенең тәүге ҡиәфәтенә ҡайты. Бөгөн ул ауылдың иң матур объекттарының береһе!

Фото редакция архивынан.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: