+21 °С
Болотло
Яна (кәләше), әлбиттә, ризалығын белдерә. Йәштәр оҙаҡ уйлап тормай, туғандарын һәм дуҫтарын йыйып, бата уҡыта һәм мөнәсәбәттәрен законлаштыра. Әйткәндәй, "Турист" махсус хәрби операция башланғас та өлөшләтә мобилизацияға эләгә.
- Яна менән күптән дуҫлашып йөрөйбеҙ. Ул мине көтөп ала, оҙатып ҡала. Был юлы ялға ҡайтҡанда ғаилә ҡорорға булдым. Йәремә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен, - ти "Турист".
Йәштәргә бәхетле тормош теләйбеҙ!
Г.Таһирова фотоһы.