Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Июль , 14:45

Улар һәр саҡ Ватан һағында

1 июль – Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө. Ошо байрам уңайынан Йылайыр ауылының «Хәрби дан» скверында митинг үтте. Әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко мөрәжәғәт итте:

- Хәрби антҡа тоғролоғоғоҙ, намыҫығыҙ һәм батырлығығыҙ, ата-бабаларыбыҙҙың һәм олатайҙарыбыҙҙың данлы хәрби традицияларын дауам итеүселәребеҙ булып ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм, ә улдарын көтөп торған әсәләр алдында баш эйәм, – тине.

Сараның тантаналы өлөшөндә «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Йылайыр бүлексәһе активистары юбилей миҙалдары, билдәләр һәм Почет грамоталары менән билдәләнде.

Йылайыр районының «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе ир-егеттәргә йәштәрҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһөндә хәрби-патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Һуңынан митингта ҡатнашыусылар Тыуған ил алдындағы хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә, бер минут тынлыҡта һәм сәскәләр һалғанда һәләк булған яугирҙәрҙе хөрмәтләп иҫкә алды. Шулай уҡ хәҙерге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә рәхмәт һәм хөрмәт белдерҙеләр.

Е.ВЕНИДИКТОВ фотолары.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: