Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Август , 16:35

Ауылды төҙөкләндереүгә ир-егеттәр ҙур көс һала!

Матрайҙар, ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, эшһеҙ ятмай. Ауылдарын төҙөкләндереүгә, йәшәйештәрен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерәләр. Күҙҙең яуын алып торған парк ҡына бына тигән! Хәҙер ул ауыл халҡының яратҡан урынына әүерелде.

Ауылды төҙөкләндереүгә ир-егеттәр ҙур көс һала!
Ауылды төҙөкләндереүгә ир-егеттәр ҙур көс һала!

Ошо арала, көндөң яуым-төшөмлө булыуына ҡарамаҫтан, матрайҙар ауылдың элекке контораһы урынлашҡан бинаның ҡоймаларын алыштырыуға керешеп китте. Ни генә тимә, ә төҙөкләндерелгән, яңыртылған барыбер күҙгә ташлана. Ҡоймалар яңы төҫ алғас, иҫке контора ла яңыса күренеп китте, хатта.

- Быйылғы йәйҙең ямғыр, ҡойон эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ауыл биләмәһендә бик күп эштәр башҡарыла. Ауылдың ир-егеттәре ярҙамында, элекке контора ҡоймаһын тергеҙҙек. Ойошма етәкселәренә һәм ярҙамға килгән ир-егеттәребеҙ – Илшат Салауатов, Юлай Байназаров, Миңлебай Кәримов, Урал Мәҡсүтовтарға оло рәхмәтемде еткерәбеҙ. Барыһына ла һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ, – тип һөйләне ауыл биләмәһе башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов.

Йәмәғәт биләмәләрен, ауыл һәм ҡала урамдарын төҙөкләндереүгә республикала ҙур иғтибар бүленә. Был хаҡта Радий Хәбиров та йыш әйтә. Шуныһы һөйөнөслө, ауылдар халҡы үҙе белеп эшләй, йәшәгән ерен яңыртыуға ҙур көс һала.

Афарин, матрайҙар!

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: