Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Март 2017, 20:43

“Бутсыларҙы сөйгә элергә иртә әле!”, – ти спорт ветерандары.

Ошо көндәрҙә “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында спорт ветерандары араһында мини-футбол турниры үткәрелде. Сараның ойоштороусылары – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге. Мини-футболды популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү тормошон пропагандалау, ауыл халҡын спорт уйындарына йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған турнирҙа Йылайыр, Һабыр һәм Юлдыбай ауылдары командалары ҡатнашты.

Футболсылар алдында сәләмләү һүҙе менән район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Фәрит Әбделмәнов, спорт ветераны Александр Мамыкин сығыш яһаны.

Әйтергә кәрәк, ветерандар бик матур һәм сәмле уйын күрһәтә алды. Уның барышында, район үҙәге ветерандары башҡаларҙан күпкә айырылып торҙо. Финалда улар Юлдыбай ауылы ярышташтарын үтеп, еңеүгә өлгәште. Өсөнсө урын Һабыр футболсыларына бирелде. Ярыш һуңында иң яҡшы мини-футболсылар билдәләнде. Шулай итеп, “Иң яҡшы ҡапҡасы” номинацияһында район үҙәгенән Илфат Такалов, “Иң яҡшы һаҡсы” номинацияһында Һабырҙан Венер Таһировҡа еткәндәр булмаһа, “Иң яҡшы һөжүмсе” булып Юлдыбайҙан Александр Ивлев танылды.

Бындай төр спорт ярыштары, уйын яланында барған тактик алыш менән генә түгел, ә үҙ-ара аралашыу менән дә ҡиммәт була. Бер-береһе менән күптән түгел генә район намыҫын яҡлаған йыйылма команда составында булған спортсылар өсөн еңеү төп маҡсат итеп ҡуйылмауы билдәле.

Эйе, физик культура ғүмерлек шөғөл булып ҡалырға тейеш. Бындай, иң йәш уйынсы 45-те ашаҡлаған, 50-гә етеп килгән ирҙәр, иҫ китерлек оҫта туп уйнатҡан сараларҙы күрһәң, илһам һәм дәрт өҫтәлә. Айырыуса был ярыштарҙы ойоштороусыларҙың, унда ҡатнашыусыларҙың футболға тоғролоғо һоҡландырҙы. Үҙе әйтмешләй, бутсыларын сөйгә элергә ашыҡмаған, 72 йәшлек спорт ветераны Александр Мамыкиндың да сәмле уйыны күп нәмә хаҡында һөйләй.

Читайте нас: