Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2017, 04:03

БЕҘҘЕҢ БАСКЕТБОЛИСТКАЛАР – ИКЕНСЕ

Сентябрҙең 7-һенән 10-ына тиклем Сибай ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 2003 йылғы һәм унан йәшерәк үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында Башҡортостан Республикаһы беренселегенә баскетбол буйынса ярыш булып үтте.

“Баскетбол паркеты”нда беҙҙең район намыҫын Юлдыбай ауылы “Батыр” физкультура-сәләмәтләндереү комплексының ҡыҙҙар командаһы яҡланы. Өс көн барған ярышта улар Баймаҡ, Учалы ҡалаларының командалары һәм Сибай ҡалаһының ике командаһы менән көс һынаштылар, матур уйын күрһәтеп, финалға сыҡтылар.

Финал уйындарында ла һынатманы Юлдыбай ҡыҙҙары. Һөҙөмтәлә Айшат Айытҡолова, Айзилә Айытҡолова, Алина Иҫәндәүләтова, Лиана Рәхмәтуллина, Наҙгөл Ҡотошева, Гүзәл Дәүләтсурина, Рузидә Көҫәпҡолова, Яҙгөл Мөхәмәтова һәм Сөмбөл Ишкилдина составындағы беҙҙең команда икенсе урынды яуланы.

Йәш баскетболисткаларҙы һәм уларҙың тренеры Ләйсән Ҡоҙашеваны яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ, яңы уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Читайте нас: