Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ноябрь 2017, 18:38

“Алтын” алып ҡайта малайҙар

Һуңғы ике айҙа ғына 4 ҙур ярышта – Магнитогорск ҡалаһында төбәк-ара турнирҙа, Күмертау ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы беренселегендә (лайт-контакт буйынса), Өфөлә халыҡ-ара класлы спорт мастеры Е.Логункова иҫтәлегенә үткәрелгән традицион Бөтә Рәсәй турнирында һәм Ишембай ҡалаһында үткән Башҡортостан чемпионатында (лоу-кик буйынса) – ҡатнашып, йәмғеһе 18, шул иҫәптән 9 алтын миҙал яулаған кикбоксерҙарыбыҙ беҙҙе тағы ла ҡыуандырҙы: ноябрҙең 3-нән 6-һына тиклем Өфөлә үткән Башҡортостан Республикаһы чемпионатынан (фулл-контакт буйынса) йәнә 3 алтын миҙал алып ҡайттылар! Зәбир Булатов финалда Өфө кикбоксеры менән бер генә алыш үткәрә алды, сөнки һуңғыһы 2-се раундта уны үҙ файҙаһына тамамланы. 2016 йылғы Башҡортостан чемпионы Марат Ҡолһарин ярым финалда 3 раундта ла Учалы кикбоксерын еңһә, финалда Салауат ҡалаһы вәкилен 1-се раундта уҡ “ҡайтарып ебәрҙе”. Денис Шитов иһә финалдың 3 алышында ла бер-бер артлы Учалы, Туймазы һәм Сибай кикбоксерҙарын еңеп, Зәбир Булатов кеүек үк, беренсе тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы исемен яуланы. А.Әптиков.

Һуңғы ике айҙа ғына 4 ҙур ярышта – Магнитогорск ҡалаһында төбәк-ара турнирҙа, Күмертау ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы беренселегендә (лайт-контакт буйынса), Өфөлә халыҡ-ара класлы спорт мастеры Е.Логункова иҫтәлегенә үткәрелгән традицион Бөтә Рәсәй турнирында һәм Ишембай ҡалаһында үткән Башҡортостан чемпионатында (лоу-кик буйынса) – ҡатнашып, йәмғеһе 18, шул иҫәптән 9 алтын миҙал яулаған кикбоксерҙарыбыҙ беҙҙе тағы ла ҡыуандырҙы: ноябрҙең 3-нән 6-һына тиклем Өфөлә үткән Башҡортостан Республикаһы чемпионатынан (фулл-контакт буйынса) йәнә 3 алтын миҙал алып ҡайттылар!
Зәбир Булатов финалда Өфө кикбоксеры менән бер генә алыш үткәрә алды, сөнки һуңғыһы 2-се раундта уны үҙ файҙаһына тамамланы. 2016 йылғы Башҡортостан чемпионы Марат Ҡолһарин ярым финалда 3 раундта ла Учалы кикбоксерын еңһә, финалда Салауат ҡалаһы вәкилен 1-се раундта уҡ “ҡайтарып ебәрҙе”. Денис Шитов иһә финалдың 3 алышында ла бер-бер артлы Учалы, Туймазы һәм Сибай кикбоксерҙарын еңеп, Зәбир Булатов кеүек үк, беренсе тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы исемен яуланы.

А.Әптиков.
Читайте нас: