Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ноябрь 2017, 18:40

Баскетбол популярлыҡ яулай

Йылайыр ауылының “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында баскетбол буйынса район турниры булып үтте. Ярыш Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге менән берлектә “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш гвардияһы” йәмәғәт ойошмаһы активистары ойошторған турнирҙа 4 команда ҡатнашты. Командаларҙың бер тигеҙ көслө булыуы уйынды бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итте. Шулай ҙа көслөләр араһында иң көслөһө “Голубцы” командаһы булып сыҡты. Икенсе урынды “Йылайыр 18+” йәштәр йыйылма командаһы яуланы. Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына Йылайыр ауыл биләмәһенең “Билмәндәр” командаһы күтәрелде. Алмаз Дәүләтсурин тур-нирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылды. Турнир был спорт төрөнөң йәштәр араһында популяр булыуын һәм районда уны артабан үҫтереү мөмкинлеге барлығын күрһәтте. Ф.ӘБДЕЛМӘНОВ.

Йылайыр ауылының “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында баскетбол буйынса район турниры булып үтте. Ярыш Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды.

Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге менән берлектә “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш гвардияһы” йәмәғәт ойошмаһы активистары ойошторған турнирҙа 4 команда ҡатнашты. Командаларҙың бер тигеҙ көслө булыуы

уйынды бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итте.

Шулай ҙа көслөләр араһында иң көслөһө “Голубцы” командаһы булып сыҡты. Икенсе урынды “Йылайыр 18+” йәштәр йыйылма командаһы яуланы. Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына Йылайыр ауыл биләмәһенең “Билмәндәр” командаһы күтәрелде.

Алмаз Дәүләтсурин тур-нирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылды.

Турнир был спорт төрөнөң йәштәр араһында популяр булыуын һәм районда уны артабан үҫтереү мөмкинлеге барлығын күрһәтте.

Ф.ӘБДЕЛМӘНОВ.

Читайте нас: