Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Март 2018, 18:38

Еңеү менән ҡайттылар

Күптән түгел генә Йылайырҙағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Тольятти ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм беренселегендә ҡатнашып, еңеү менән ҡайттылар.

Был турнирҙа илдең төрлө төбәктәренән бөтәһе 400 спортсы ҡатнашты. Республика йыйылма командаһына ингән беҙҙең спортсы егеттәр яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Шулай итеп, Зәбир Булатов (2017 йылда Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы чемпионы исемен алды) һәм Михаил Годуленко (2017 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында үткән ярышта Петр Кубогы эйәһе) – бронза алды. Марат ҠолҺарин (Башҡортостан Республикаһының 2 тапҡыр чемпионы) 2017 йылдың декабрендә Санкт-Петербургта үткән ярыштарҙағы уңышһыҙлыҡтан һуң, ҡабаттан көс туплап, был алышта беренсе минуттарҙан уҡ үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтте. Судьялар Волга буйы федераль округы чемпионы титулын бер тауыштан Марат Ҡолһаринға бирҙе.

– Тольятти ҡалаһында үткән турнирҙа иң-иңдәр генә йыйылған ине. Ә бит шундайҙар араһында үҙеңде һынап ҡарау мөһим. Еңеүемә килгәндә, мин башҡаларҙан физик яҡтан да, психологик яҡтан да әҙерлеклерәк булғанмындыр, тип әйтә алам. Ата-әсәйемдең һәм туғандарымдың хуплауы, минең ҡыҙыҡһыныуымды аңлап ҡабул итеүе көс бирә, – ти Марат.

Бала саҡтан спортҡа ылыҡҡан Марат тәүҙә милли көрәш секцияһына йөрөй. Беренсе кластан спорт менән дуҫ булыуы артабан үҫешенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. 13-14 йәшендә ныҡлап кикбоксинг менән шөғөлләнә башлағанда, уға оҫталыҡ базаһы һалынып өлгөргән була. 2015 йылда кикбоксинг буйынса беренсе турнирҙа уҡ еңеү менән ҡайта йәш спортсы.

Маратты сираттағы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ. Бындай масштабтағы ярыштарҙа ҡатнашыу үҙе генә лә юғары баһа, ә, иң мөһиме, тәжрибә туплап, артабан камиллашырға форсат бирә.

20 апрелдә еңелеү белмәҫ спортсыларыбыҙҙы тағы бер һынау көтә. Улар республика намыҫын Ульяновск ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатында яҡлаясаҡ.

Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: