Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Март 2018, 18:48

Гүзәл заттар һынатманы

Әбйәлил районында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында Башҡортостан Республикаһы XXVI Ауыл спорт уйындары иҫәбенә волейбол буйынса зона ярышы булып үтте.

Асҡар ауылының физкультура-сәләмәтләндереү комплексында үткәрелгән ярышта, әбйәлилдәрҙең үҙҙәренән тыш, Хәйбулла, Ейәнсура, Бөрйән, Йылайыр райондарынан 5 йыйылма команда көс һынашты.

Һөҙөмтәләр буйынса беҙҙең райондың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 2-се урынды яуланы һәм 29 марттан 1 апрелгә тиклем Шишмә районында үтәсәк финал ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Ә ир-егеттәребеҙгә иһә, әбйәлилдәр менән ейәнсураларҙан ҡалышып, 3-сө урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде.

Район данын яҡлаусы спортсыларыбыҙға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.
Читайте нас: