Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Апрель 2018, 18:21

БЕР-БЕР АРТЛЫ ИКЕ КУБОК алып ҡайттылар беҙҙең спортсылар

Береһен – кикбоксерҙарыбыҙ апрель урталарында Сибай ҡалаһында үткән “Урал аръяғы Кубогы” төбәк-ара турнирында һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы беренселегендә яуланы.

Был турнирҙа беҙҙең спорт-сыларыбыҙ 15 йыл рәттән ҡатнашып килә һәм бер ҡасан да призһыҙ ҡайтҡандары юҡ. Был юлы ла Башҡортостандан, Ҡаҙағстан Республикаһынан, Силәбе һәм Ырымбул өлкәләренән йыйылған 150 спортсы араһында беҙҙең кикбоксерҙар бик лайыҡлы сығыш яһаны. Мәҫәлән, өлкән йәштәгеләр төркөмөндә Марат Ҡолһаринға тиңдәр ғөмүмән булманы. Финалда Сибай спортсыһын ваҡытынан алда еңеп, ул Урал аръяғы Кубогына эйә булды.

Йылайыр кикбоксинг мәктәбенең тағы бер вәкиле – Денис Шитов та унан ҡалышманы. Ул БР Мәғариф министрлығы беренселегендә еңеү яуланы. Сирек финалда сағыу еңеү яулаған Максим Алоцевҡа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярым финалда мәрәйҙәр һаны буйынса Магнитогорск спортсыһынан еңелеп, өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде.

Иң йәш кикбоксерҙарыбыҙ Савелий Ящишин, Саръян Ураҡов һәм Вилдан Мөхәмәтйәновты ла билдәләп китке килә. Улар бындай ҙур ярыштарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашты һәм, әйтергә кәрәк, яҡшы ғына әҙерлекле булыуҙарын күрһәтте. Әлегә уларға тәжрибә етеңкерәмәй, әммә ваҡыты менән уныһы ла тупланыр, халыҡ әйтмешләй, һөйәге булһа, ите үрелер.


Ә икенсе Кубокты шул уҡ Сибайҙан шашкасыларыбыҙ алып ҡайтты. Ауыл һәм ҡала командалары араһында шашка буйынса Урал аръяғы Кубогы йыл һайын уйнатыла. Был боронғо һәм серле уйынды яратыусылар бик күп йыйыла был турнирға.

Быйылғы ярышта беҙҙең райондан Дамир Солтанов (Юлдыбай), Рәил Зәйнуллин (Йылайыр), Авзал Шәрипов (Юлдыбай) һәм Татьяна Сучкова (Йылайыр) составындағы команда ҡатнашты.

Уйын 9 партиянан торҙо. Баштараҡ беҙҙекеләр өсөн еңеү бик алыҫта һымаҡ ине (мәҫәлән, өсөнсө партиянан һуң беҙҙең шашкасылар һигеҙ команда араһында етенсе урында бара ине). Әммә һигеҙенсе партиянан һуң Кубокты беҙҙең команда яулаясағы көн кеүек асыҡ ине. Шулай булып сыҡты ла. Баймаҡ районы шашкасылары – икенсе, бөрйәндәр өсөнсө урынды алды.

Беҙҙең Татьяна Сучкова ҡатын-ҡыҙҙар араһында шәхси ярышта икенсе урынды яуланы.

Ф.Дауытов.


Читайте нас: