Йылайыр балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яңынан-яңы үрҙәр яулауын дауам итә: был юлы беҙҙең кикбоксерҙар Рәсәй Чемпионатынан бронза миҙал алып ҡайтты. Ульяновск ҡалаһында уҙған был мәртәбәле сарала илебеҙҙең 60 төбәгенән меңдән ашыу иң көслө спортсы ҡатнашҡан. Беҙҙең республика намыҫын да чемпионатта бары тик иң-иңдәр генә яҡлай. Шуныһы ҡыуаныслы, бер түгел ике яҡташыбыҙ йыйылма команда составына инеп, Башҡортостан спортсыларының уңышына үҙ өлөшөн индерҙе. Район спорт һөйөүселәре өсөн уларҙың исемдәре күптән таныш. Һүҙ, әлбиттә, төрлө кимәлдәге бихисап ярыш-турнирҙар еңеүселәре Марат Ҡолһарин һәм Михаил Годуленко тураһында бара.
Ярыштың беренсе көнөнән һуң, ә чемпионат төшөп ҡала барыу тәртибендә Олимпия системаһы буйынса бара, беҙҙең спортсыларыбыҙҙың сафы күҙгә күренеп һирәгәйә. Силәбе өлкәһе вәкиленән еңелеп, яҡташыбыҙ Михаил Годуленко ла миҙал өсөн көрәшен туҡтата. Был осрашыу Йылайыр спортсыһы өсөн уңышлы ғына башлана, тәүге ике раундта беҙҙең яҡташыбыҙ мәрәйҙәр буйынса ышаныслы алға сыға, тик бына хәл иткес өсөнсө раундта инициативаны дәғүәсеһенә биреп, өҫтөнлөгөн юғалта. Һөҙөмтәлә, өс судъяның икәүһе еңеүҙе Силәбе спортсыһына бирә. Нисек кенә булмаһын, Рәсәй кимәлендәге турнирҙа илебеҙҙең иң яҡшы кикбоксерҙары менән көс һынашҡан яҡташыбыҙ менән беҙ сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уның ҙур еңеүҙәренең алда булыуына ныҡлы ышанабыҙ. Ә бына икенсе яҡташыбыҙ Марат Ҡолһарин үҙенең беренсе алышында Ставрополь крайы вәкилен еңә. Икенсе дәғүәсеһе – Санкт Петербург ҡалаһынан килгән спорт мастерлығына кандидат та Маратҡа ҡаршы тора алмай. Был еңеү уға сирек финалға үтергә мөмкинселек бирә. Турнирҙың был мөһим стадияһында М. Ҡолһаринды Мәскәү ҡалаһынан килгән тәжрибәле спортсы менән осрашыу көтә. Әммә яҡташыбыҙ баҙап ҡалмай, осрашыу башында уҡ йәрәхәт алыуына ҡарамаҫтан, бар ихтыяр көсөн туплап, мөһим еңеү яулауға өлгәшә. Шулай итеп Марат ярымфиналға ла барып етә. Ярымфиналда уға Краснодар крайы вәкиле ҡаршы тора. Марат өсөн был алыш бик ауыр була, алдағы осрашыуҙа алған йәрәхәте уға бар көсөнә сығыш яһарға ирек бирмәй. Һөҙөмтәлә, яҡташыбыҙ еңеү яулай алмай һәм был уны Рәсәй Чемпионы исеменә алышта ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм итә. Әммә йәш кикбоксерҙың сығышын бер ҙә уңышһыҙ тип атап булмай, сөнки Маратҡа “Рәсәй Чемпионатының бронза призеры” исеме бирелә. Ә иң мөһиме, ул үҙенең көсөн Донъя Кубогында ла һынап ҡараясаҡ! Афарин, егеттәр!
Әйткәндәй, Йылайыр балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең кикбоксинг буйынса тәрбиәләнеүселәре төрлө йылдарҙа 4 Донъя Кубогында ҡатнаша. 2008 йылда Карен Кочарян Венгрияның Сегед ҡалаһынан бронза миҙал яулап ҡайта. Уның уңышын киләһе йылына Украинаның Феодосия ҡалаһында уҙған Кубокта Александр Чикунов ҡабатлай. Тағы ла ике йылдан АлександрАнапа ҡалаһында үткән Донъя Кубогында икенсе урын яулай. Яҡташтарыбыҙ Михал Годуленко, Айгиз һәм Нургиз Такаловтар ҙа был Кубокта яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Донъя Кубогында һуңғы тапҡыр беҙҙекеләр 2012 йылда ҡатнаша. Италияның Римини ҡалаһында уҙған турнирҙа илебеҙ намыҫын йәнә Александр Чикунов яҡлай. Алда – яңы ярыш. Ҡыйынлыҡтар көслөләр алдында ғына баш эйә, тиҙәр бит. Мараттың ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылышы Донъя Кубогында уңышҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк тип өмөтләнәбеҙ. Уңыштар һиңә!