Беҙҙең район уҡыусылары араһында, мини-футбол, волейбол, баскетбол, милли көрәш кеүек спорт уйындарынан тыш, дзюдо менән ҡыҙыҡһынған, был көрәш төрө менән ныҡлап шөғөлләнгән балалар ҙа байтаҡ ҡына. Шөғөлләнеп кенә ҡалмай, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алыуға өлгәшәләр улар.
Мәҫәлән, яңыраҡ беҙҙең дзюдосылар Хәйбулла районында 2009-2012 йылғы малайҙар һәм 2010-2012 йылғы ҡыҙҙар араһында үткән шәхси беренселектә ҡатнашып, бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп ҡайтты.
26 кг ауырлыҡ категория-һындағы малайҙар араһында Арыҫлан Юламанов беренсе урынды яуланы. Икенсе урын – Айнур Солтанғужинда, Инсаф Сөләймәнов өсөнсө призлы урынды эләктерҙе. 20 кг ауырлыҡ категорияһындағы малайҙар араһында Райман Солтанғужинға еткәндәр булманы. 34 кг ауырлығында Ғәзиз Теүәлбаев – 2-се, 30 кг ауырлыҡта Нурихан Солтанғужин 3-сө урынды яуланы.
24 кг ауырлыҡтағы ҡыҙҙар араһында Лиана Мырҙабаева, ә 46 кг ауырлыҡ категорияһындағы ҡыҙҙар араһында Шәүрә Юламанова пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде.
Был уҡыусыларҙың барыһы ла Һабыр урта мәктәбендә белем ала. Һәм уларҙың һәр ауырлыҡ категорияһында тиерлек призлы урындар алып ҡайтыуында тренерҙары Венер Тәлғәт улы Таһировтың хеҙмәте ҙур.