Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Декабрь 2018, 19:02

Фестивалдә ҡатнашып, урындар яулап...

Беҙҙең Йылайыр коррекция мәктәп-интернатының бер төркөм уҡыусылары “Милләт йәшлеге” республика йәштәр спорт фестивалендә ҡатнашып ҡайтты. 30 ноябрҙән 2 декабргә тиклем үткән был фестивалде Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды ойошторғайны.

Беҙҙең Йылайыр коррекция мәктәп-интернатының бер төркөм уҡыусылары “Милләт йәшлеге” республика йәштәр спорт фестивалендә ҡатнашып ҡайтты. 30 ноябрҙән 2 декабргә тиклем үткән был фестивалде Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды ойошторғайны.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторолған был сара Салауат ҡалаһының “Олимпиец” спорт-сәләмәтләндереү комплексында үткәрелде. Унда Салауат, Бәләбәй ҡалалары, Көйөргәҙе, Стәрлебаш һәм беҙҙең район командалары ҡатнашты.
Фестиваль программаһында йөҙөү, мини-футбол, дартс, оҙонлоҡҡа һикереү буйынса ярыштар һәм “Күңелле старттар” ҡаралған ине. Беҙҙең малайҙар һәм ҡыҙҙар, уларҙың барыһында ла әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Мәҫәлән, мини-футбол бу-
йынса ярышта Илсур Ғибәҙәтов, Арыҫлан Йәноҙаҡов, Ирәмәл Ғәлин, Фәрхәт Мөхәмәҙиев, Руслан Петров, Алексей Грисяк составындағы беҙҙең команда икенсе урынды алыуға өлгәште.
Айырым ярыштарҙа Фәрхәт Мөхәмәҙиев менән Тамара Захарованы билдәләп үтке килә. Фәрхәт ике төр ярышта (дартс һәм оҙонлоҡҡа һикереү) еңеү яуланы, ә Тамара дартс буйынса ярышта 3-сө урынды алһа, йөҙөүҙә беренселекте бирмәне. Оҙонлоҡҡа һикереүҙә Әлиә Билалова 3-сө урынды эләктерҙе.
Балалар билдәле кешеләр менән осрашыу мөмкинлеге лә алды. Фестивалде асҡанда уны ойоштороусы – “Милләт йәшлеге” йәмәғәт фонды идараһы рәйесе, 13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова үҙе ҡатнашты. Фестивалде ябыу көнөндә йәш спортсыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сәләмләне һәм ҡотланы. Балалар хөрмәтле ҡунаҡтар ҡулынан миҙалдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.
Ф.СЫРЛЫБАЕВ,
Читайте нас: