Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2019, 20:19

Эштә лә, спортта ла һынатмайҙар!

Үткән аҙнала Юлдыбай ауылында Ғаилә йылына арнап, урта мәктәп бинаһынды ҡатын – ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса ярыш ойошторолдо. Ысын спорт байрамына әйләнгән был сараның маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау. Ярышта бөтәһе биш команда: Урал аръяғы агроинженерия колледжы, «Ләйсән» балалар баҡсаһы педагогтары, Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусылары, Юлдыбай урта мәктәбе уҡыусылары һәм ауылдың йыйылма командалары көс һынашты.

Ярыш ике көн дауам итте. Был арала әле бер команда, әле икенсе команда өҫтөнлөк күрһәтеп, уйын бик көсөргәнешле барҙы. Әйтергә кәрәк, спортсылар матур уйын күрһәттеләр, сөнки командалар ярышҡа ныҡлы әҙерләнгән ине.
Юлдыбай ауылының йыйылма командаһы матур уйын күрһәтеп, беренселекте яулауға иреште. Уның составында уйнаған Зөлфиә Тимерйәнова, Ләйсән Ҡоҙашева, Шәүрә Ҡорбанғәлиева, Рәйлә һәм Азалия Ишбулатовалар, Миләүшә Моратова, Вәсилә Аллабирҙина үҙҙәренең оҫта волейболсылар булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Урал аръяғы агроинженерия колледжы командаһы ла ҡалышманы, ҙур ойошҡанлыҡ күрһәтеп, икенсе урын яуланы. Унда Гөлшат Ҡорбанғәлиева, Гүзәл Бирҙеғолова, Рәзилә Ғәлиәкбәрова, Розалия Абдуллина, Гөлназ Әбйәлилова, Розалия Айытҡолова һәм Юлиә Рәхмәтуллиналар уйнаны.
Өсөнсө урынды Юлдыбай урта мактәбе уҡытыусылары алды: Гүзәл Әптикәева, Лилиә Ғабдрахманова, Фәниә Рамаҙанова, Зимфира Кин-йәбаева, Илзирә Алсынова, Рәйлә Айытҡолова, Таңһылыу Усманова. Ә бына дүртенсе һәм бишенсе урындарҙы «Ләйсән» балалар баҡсаһы педагогтары менән Юлдыбай урта мәктәбе уҡыусылары бүлеште.
Бындай сараларҙың әһә-миәте баһалап бөткөһөҙ, улар йәштәргә сәләмәт йәшәү өлгөһө, майҙансыҡтарҙа хөкөм һөргән дуҫлыҡ, берҙәмлек килтергән шатлыҡ, спорт, һаулыҡ кешеләрҙең тормошонда ҙур урын алып торорға тейешлеген күрһәтте.
Гөлшат ҠОРБАНҒӘЛИЕВА,
Урал аръяғы агроинженерия колледжы
педагогы.
Читайте нас: