Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһендә төрлө саралар йыш үткәрелә. Яңыраҡ, мәҫәлән, “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” исемле девиз аҫтында һәм йәштәрҙең ялын ойоштороу, айыҡ, дөрөҫ тормош алып барыуға әйҙәү маҡсатында, Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы кубогына мини-футбол буйынса ярыш үткәрелде.
Ярышҡа ун алты йәштән өлкән ир-егеттәр командалары саҡырылды. Юлдыбай, Һабыр, Сәләх, Йомағужа ауылдары командалары ҡатнашты был турнирҙа.
Уйындар Йомағужа урта мәктәбенең спорт залында үткәрелде. Сара алдынан Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов футболда үҙ көстәрен һынарға килеүселәрҙе тәбрикләне һәм уларға яҡшы кәйеф, еңеү теләне. Был ярышты йыл һайын үткәреүҙе традицияға индерергә, күберәк командаларҙы йәлеп итеп, ошо спорт төрөн үҫтереүҙе маҡсат итеп алыу кәрәклеге тураһында әйтеп үтте Рөстәм Мөхтәр улы.
Ә уйынға килгәндә, ул бик сәмле үтте. Ләкин Юлдыбайҙар барыһынан да көслөрәк булып сыҡты һәм кубок уларға эләкте. Һабырҙар – икенсе, йомағужалар өсөнсө урындар менән ҡәнәғәтләнде. Бөтә командалар ҙа миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Турнирҙа ҡатнашыусылар сараны ойоштороусыларға, йылы аш, сәй әҙерләүселәргә ҙур рәхмәт әйтеп, яҡшы кәйеф менән таралыштылар.
Ә беҙ ошондай спорт байрамдары йышыраҡ үткәрелһен, йәштәр физик күнегеүҙәр менән нығыраҡ шөғөлләнһен,сәләмәт тормош алып барһындар тигән теләктә ҡалабыҙ.