Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2019, 19:31

Йәше-ҡарты баҫты саңғыға

Үткән ял көндәрендә беҙҙә район хакимиәте башлығы Кубогына «Рәсәй саңғы юлы-2019» Бөтә Рәсәй асыҡ саңғы ярышы уҙҙы. Унда мәктәп уҡыусылары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, спорт ветерандары һәм ғөмүмән спорт һөйөүселәр ҡатнашты. Был көндө стартҡа бөтәһе 130-ға яҡын саңғысы баҫты. Уларҙың иң йәшенә 12 йәш кенә булһа, иң өлкәне 70 йәшкә еткән ине. Яманһаҙ ауылы осонда ярыш үткәрелгән ялан иртәнән кискә тиклем гөрләп торҙо. Байрамды ойоштороусылар, йәғни спортсыларҙы үҙҙәрендә ҡабул иткән Яманһаҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары көйәрмәндәргә һәм саңғысыларға ҡайнар сәй, йылы аш тәҡдим итте.

Үткән ял көндәрендә беҙҙә район хакимиәте башлығы Кубогына «Рәсәй саңғы юлы-2019» Бөтә Рәсәй асыҡ саңғы ярышы уҙҙы. Унда мәктәп уҡыусылары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, спорт ветерандары һәм ғөмүмән спорт һөйөүселәр ҡатнашты. Был көндө стартҡа бөтәһе 130-ға яҡын саңғысы баҫты. Уларҙың иң йәшенә 12 йәш кенә булһа, иң өлкәне 70 йәшкә еткән ине. Яманһаҙ ауылы осонда ярыш үткәрелгән ялан иртәнән кискә тиклем гөрләп торҙо. Байрамды ойоштороусылар, йәғни спортсыларҙы үҙҙәрендә ҡабул иткән Яманһаҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары көйәрмәндәргә һәм саңғысыларға ҡайнар сәй, йылы аш тәҡдим итте.
Бының кеүек ҙур саңғы ярыштары халыҡты, бигерәк тә уҡыусы һәм эшсе йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә, саңғыла күберәк йөрөүгә, сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарыла. Ә һуңғы йылдарҙа бындай саңғы ярыштары ысын мәғәнәһендә спорт байрамына әүерелә бара.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин да үҙ сығышында был хаҡта әйтте:
– Ошондай төр ярыштарҙың төп маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, төрлө йәштәге кешеләрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Районда спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөнгө саңғы ярышы ла райондың спорт тормошонда мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып ҡаласаҡ. Бөтә спорт һөйөүселәргә уңыштар һәм сәмле ярыш теләйем.
Саңғы ярышын тантаналы асыуҙан һуң саңғысылар йәш төркөмдәре буйынса стартҡа баҫты. Ярыштың ни тиклем ҡыҙыу барыуын, һәр кемдең еңеү өсөн нисек сәмләнеп йүгереүен, финиш һыҙығына беренсе булып килеп еткәндәрҙең нисек ҡыуаныуын, көйәрмәндәренең уны нисек шау-гөр килеп ҡотлауҙарын яҙып ҡына аңлатырлыҡ түгел – үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Шуға ла был турала тәфсирләп тормай, шунда уҡ ярыш йомғаҡтарына күсәйек.
Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ етәкселәр араһында беренселекте район мәғариф бүлеге начальнигы Г.Айытҡолова яуланы. Исҡужа башланғыс мәктәбе директоры А.Алғошаева унан саҡ ҡына ҡалышты.
40 йәшкә тиклемге етәксе ир-егеттәр араһында Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Р.Дилмөхәмәтовҡа еткәндәр булманы. Финишҡа икенсе булып Юлдыбай урта мәктәбе директоры В.Заһитов килде.
40 йәштән өлкән етәксе ир-егеттәр араһында беренселекте Яманһаҙ ауыл биләмәһе башлығы И.Амантаев яуланы. Икенсе булып финишҡа Бәрҙәш урта мәктәбе директоры В.Сергеев килде. Өсөнсө урын Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Р.Тотмановҡа бирелде.
12-15 йәштәге үҫмерҙәр араһында Н.Р.Ириков исе-мендәге урта мәктәп уҡыу-сыһы Е.Кардопольцев – беренсе, Яманһаҙ урта мәктәбе уҡыусылары А.Улъябаев менән Д.Серебряков икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Ошо уҡ йәш төркөмөндәге ҡыҙҙар араһында призлы урындарҙың өсөһөн дә район үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре – С.Буркова, К.Мгероян һәм К.Уранбаева яуланы.
16-18 йәштәге егеттәр араһында район үҙәгенең балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Р.Иҫәнгилдин ал бирмәне. Икенсе булып финишҡа Йомағужа урта мәктәбе уҡыусыһы И.Мусин, өсөнсө булып – Юлдыбай урта мәктәбе уҡыусыһы Ш.Шәрипов килде.
16-18 йәштәге ҡыҙҙар араһында Йылайырҙағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Г.Мәхмүтова – беренсе, Н.Р.Ириков исемендәге Йылайыр урта мәктәбе уҡыусыһы И.Ҡунаҡбаева – икенсе, ә Яманһаҙ урта мәктәбе уҡыусыһы З.Вәлишина өсөнсө булып килде.
18-40 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Г.Сәлихова (Яманһаҙ ауылы) иң етеҙе булып сыҡты. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы А.Әптикова (башҡорт гимназияһы) менән Р.Өмөтбаева (Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәп) бүлеште.
41-59 йәштәге ир-егеттәр араһында Д.Нәҙерғолов (Йылайыр ауылы) еңеү яуланы. Икенсе булып финишҡа Д.Аҡҡужин (Йомағужа ауылы), ә өсөнсө булып И.Аҡҡусҡаров (Матрай ауылы) килде. Шул уҡ йәш төркөмөндәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында урындар түбәндәгесә бүленде: Т.Кашина (Йылайыр ауылы) – беренсе, Г.Солтанова (Үрге Ғәле ауылы) – икенсе, Т.Сергеева (Бәрҙәш ауылы) – өсөнсө.
60 йәштәге һәм унан өлкән ир-егеттәр араһында В.Кувшинов (Йылайыр ауылы) еңеүсе булды. Х.Моталлапов (Яманһаҙ ауылы) – икенсе, ә Й.Бәхтиәров финишҡа өсөнсө булып килде.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса командалар араһында беренселекте һәм район хакимиәте башлығы Кубогын Йыла-йыр ауыл биләмәһе яуланы. Яманһаҙ ауыл биләмәһенә – икенсе, Үрге Ғәле ауыл биләмәһенә өсөнсө урындар бирелде.
Ярышты үҙҙәрендә үткәреүгә яманһаҙҙарҙың яҡшы әҙерләнгән булыуын да билдәләп китергә кәрәк.
Саңғы ярышында ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр ҡайнар сәй һәм өҫтәл тулы һый әҙерләгәндәре өсөн Яманһаҙ ауылының “Фәтихә” һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәттәренә рәхмәттәрен белдерә.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Читайте нас: