Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель 2019, 11:25

Еңел атлетика ярышы үтте

Йылайырҙың “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында 2005-2006 йылда тыуған уҡыусылар араһында еңел атлетика буйынса ярыш үтте.

Йылайырҙың “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында 2005-2006 йылда тыуған уҡыусылар араһында еңел атлетика буйынса ярыш үтте.
Ярышта 6 мәктәптән (Һабыр, Юлдыбай, Бәрҙәш, Матрай, Йылайыр урта мәктәптәре, Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы) бөтәһе 70 уҡыусы ҡатнашты.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар 5 спорт төрөндә айырым-айырым көс һанашты: урындан тороп оҙонлоҡҡа һикереү, ҡыҫҡа араға (60 метр) спринтерса йүгереү, оҙон араға йүгереү (ҡыҙҙар – 600 метрға, малайҙар – 800 метрға) йүгереү, туп сөйөү, йүгереү эстафетаһы (4 х 100 м).
Шәхси иҫәптә иң күп призёрҙар Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы менән Н.Р Ириков исемендәге урта мәктәбе уҡыусылары араһынан булып сыҡты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар командалары араһында Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәп командаһы (етәкселәре Ю.А.Пряхин, М.Г.Семёнова) еңеп сыҡты. Икенсе урында – башҡорт гимназияһы (етәкселәре И.Ю.Садовников, В.Ю.Таһиров), өсөнсө урында – Бәрҙәш урта мәктәбе командаһы (етәксеһе Т.К.Сергеева).
Малайҙар командалары араһында беренселекте башҡорт гимназияһы яуланы. Икенсе урында – Юлдыбай урта мәктәбе уҡыусылары (етәкселәре Г.С.Әптикәева), өсөнсө урында – Матрай урта мәктәбе командаһы (етәкселәре В.Г.Әхмәров, И.Г.Аҡҡусҡаров).
Р.МӘЖИТОВ.
Читайте нас: