Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Май 2019, 19:02

Бил бирмәҫ батырҙарыбыҙ күбәйә

“Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында милли көрәш буйынса район-ара ярыш булып үтте. Сара яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә һәм Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналды. Әйтергә кәрәк, бындай ярыштар йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү менән бер рәттән, алкоголизм, наркомания һәм тәмәке тартыу кеүек яман күренештәрҙән һаҡлай, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай.

“Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында милли көрәш буйынса район-ара ярыш булып үтте. Сара яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә һәм Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналды. Әйтергә кәрәк, бындай ярыштар йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү менән бер рәттән, алкоголизм, наркомания һәм тәмәке тартыу кеүек яман күренештәрҙән һаҡлай, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай.
Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш йыл да үткәрелеп килә. Һәм һәр ваҡыт унда Урал аръяғы райондарынан 120-ләп спортсы көс һынаша. Тәүге тапҡыр бындай сара 1990 йылда уҙғарыла. Йомағужа урта мәктәбендә башланғыс алған көрәш байрамы тора-бара район-ара статусын да ала.
Спортсыларҙы тәүҙә район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков сәләмләне. Ул шулай уҡ, йола буйынса, яугир-интернационалистың әсәһе Бәлхиә Әғзәм ҡыҙына иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Ярыштың баш судьяһы Илгиз Ҡашҡаров ярыш тәртибе менән таныштырғандан һуң, келәм бил бирмәҫ батырҙарға тапшырылды. Уҡыусылар араһында ярыш – ун, ә өлкәндәр араһында биш ауырлыҡ категорияһында барҙы.
Дөйөм иҫәп буйынса командалар араһында Йылайыр көрәшселәре командаһы беренсе урынды яуланы һәм Рафаэль Ҡолһарин исемендәге кубокка эйә булды. Икенсе урынға – Әбйәлил көрәшселәре, ә өсөнсө урынға хәйбуллалар сыҡты. Ярыштың абсолют еңеүсеһе булып Вилдан Ҡолһарин танылды, тап ул төп призды – тәкәне алыу бәхетенә иреште. Уны, йылдағыса, Р.Ҡолһариндың бер туған ҡустыһы Илнур Илбаҡтин әҙерләгән ине.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса турнирҙа еңеүселәр миҙалдар, иҫтәлекле приздар һәм грамоталар менән бүләкләнде.
Түбәндә үҙебеҙҙең райондың призлы урындар яулаған көрәшселәренең генә исемлеген бирәбеҙ.
17 йәшкә тиклемге уҡыусылар араһында 25 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Нурислам Әхмәров – 1-се урын,
Айтуған Алғышаев – 2-се урын.
30 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Тимур Сиражетдинов – 1-се урын,
Амур Баһаутдинов – 2-се урын.
32 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Динислам Әхмәров – 2-се урын,
Рияз Иҫәндәүләтов – 3-сө урын.
35 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Айгиз Өмөтбаев – 2-се урын.
40 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Эдуард Горшенин – 2-се урын.
45 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Хәлит Йәрмөхәмәтов – 1-се урын,
Артур Аллабирҙин – 2-се урын,
Ғайсар Алсынов – 3-сө урын.
50 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Айназ Мөхәмәтрәхимов – 1-се урын,
Данил Игебаев – 2-се урын,
Илсур Юламанов – 3-сө урын.
55 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Юнир Торсонбаев – 2-се урын,
Искәндәр Амантаев – 3-сө урын.
60 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Вилдан Ҡолһарин – 1-се урын,
Айнур Илбактин – 2-се урын.
60 кг ауырлыҡтағылар араһында
Ғәлинур Ғәбитов – 1-се урын,
Азамат Кәримов – 2-се урын.
18 йәштән алып 45 йәшкә тиклемге йәштәр араһында
60 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Марсель Ҡарабаев – 1-се урын,
Венер Әхмәров – 3-сө урын.
70 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Тимербулат Йәнбаев – 1-се урын,
Илгиз Ҡашҡаров – 3-сө урын.
80 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Зөбәйер Мусин – 1-се урын;
Айнур Рәхмәтуллин – 3-сө урын.
90 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында
Ришат Аҡҡужин – 1-се урын;
Илгиз Вәлиев – 3-сө урын.
90 кг ауырлыҡтағылар араһында Илнур Илбаҡтин – беренсе, Данил Аҙнағолов – икенсе, Рәфис Аҙнағолов өсөнсө урындарҙы алды.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: