Май айының оҙайлы ялдарының бер көнөндә Йомағужа ауылында спорт һөйөүсөләр өсөн армрестлинг һәм гер күтәреү буйынса ир-егеттәр араһында асыҡ турнир үткәрелде. Был спорт төрө Искәндәр Сәйетбаттал улы Аҡҡужин тәҡдиме буйынса беҙҙең районда беренсе тапҡыр ойошторолған был ярыш Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына бағышланды. Сараның төп маҡсаттары, әлбиттә, һау-сәләмәт тормошто пропагандалау, ошо спорт төрҙәрен популярлаштырыу һәм көслө спортсыларҙы табыу ине.
Тәбиғәт ҡосағында үткәрелгән ярышҡа райондың төрлө ауылдарынан ҡырҡҡа яҡын спортсы, көйәрмәндәр, былай ғына тамаша ҡылыусылар, бала-саға йыйылды.Турнирҙы Азат Иҫәнгилдин һәм Урал Аҡьюлов дәртле йыр менән асып ебәргәндән һуң, сәләмләү өсөн һүҙ Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәтебашлығы Р.М. Тотмановҡа һәм Йылайыр хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Ф.Ф. Әбделмәновҡа бирелде. Артабан судьялар Й.Ф. Аҙнағолов һәм Д. Д. Аҡҡужин ярыш тәртибен аңлатып үтте: еңеүсе ике спорт төрөндә –гер күтәреүҙә һәм ҡул көрәштереүҙә – йыйған мәрәйҙәрҙең дөйөм суммаһы буйынса асыҡлана.
Тәүҙә спортсылар, 4 ауырлыҡ категорияһына бүленеп, 24 килолыҡ герҙе күтәрҙеләр. Был ярыш бөткәс, ҡул көрәштереү башланды.
Ә хәҙер һөҙөмтәләргә күҙ һалайыҡ:
65 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында:
3-сө урын - Руслан Булатов (Йыла-йыр ауылы);
2-се урын - Илнур Сәғитов (Йыла-йыр ауылы);
1-се урын – Марсель Ҡарабаев (Йомағужа ауылы).
75 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында:
3-сө урын - Мирсәйет Аҡҡужин (Йомағужа ауылы);
2-се урын – Виталий Шәрипов (Йылайыр ауылы);
1-се урын – Илгиз Аҡҡужин (Йылайыр ауылы).
85 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында:
3-сө урын - Арыҫлан Ҡасҡынов (Йылайыр районы);
2-се урын – Рәил Булатов (Йылайыр районы);
1-се урын – Ришат Аҡҡужин (Юлдыбай ауылы).
85 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында:
3-сө урын - Айгиз Солтанов (Йомағужа ауылы);
2-се урын – Илмир Рәхмәтуллин (Юлдыбай ауылы);
1-се урын – Рәил Атанбаев (Йылайыр ауылы).
( И. Рәхмәтуллин менән Р. Атанбаев ике төр ярышта ла бер тигеҙ мәрәй йыйған булып сыҡты, еңеүсе йәрәбә һалып һайланды)
Еңеүселәргә һәм призлы урындар яулаусыларға ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды. Иҫтәлекле бүләктәр менән турнирҙың бағымсылары – крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы И.С Аҡҡужин, район Советы депутаты Й.С. Алғошаев, Р.Ф. Аҙнағолов тәьмин итте.
Ярыштан тыш, тамашасы булып килгән балалар өсөн дә, төрлө уйындар уйнатылды, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡул көрәштереп ҡараны. Былары уйын-көлкө формаһында ғына булһа ла, әүҙемдәр бүләкһеҙ ҡалманы. Йомағужа ауылының “Ҡайтауаз” ағинәйҙәр төркөмө башҡарған йырҙар ярышҡа байрам төҫө өҫтәне, ә Сәләх ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы активистары Т. Мусина һәм З. Ҡотләхмәтова әҙерләгән самауырлы табын тәм-томдан, шул уҡ ағинәйҙәр бешереп алып килгән ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Йыр-моң яңғырап торған, һабантуйҙай барған был турнирҙан барыһы ла күтәренке кәйеф алып ҡайтты.