Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Июнь 2019, 19:18

Йондоҙ менән күнекмә

Кикбоксинг буйынса күп тапҡырҙар Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе чемпионы, Донъя Кубогының бронза призеры Карен Кочарян йылайырҙар өсөн физик күнекмә уҙғарҙы.

Кикбоксинг буйынса күп тапҡырҙар Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе чемпионы, Донъя Кубогының бронза призеры Карен Кочарян йылайырҙар өсөн физик күнекмә уҙғарҙы.
Сара Йылайыр районы халҡының Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йүнәлешен хуплау йөҙөнән ойошторолған «Алға, Башҡортостан!» хәрәкәтенә ҡушылыуы булараҡ ҡабул ителде.
Районда «Йондоҙ менән күнекмә» акция-эстафетаһында балалар, үҫмерҙәр, йәштәр һәм өлкән йәштәгеләр ҙә ҡатнашты, улар араһында танылған спортсылар ҙа бар ине. Әлеге проект спорт һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау маҡсатында ойошторолдо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йондоҙ менән күнекмә» акция-эстафетаһы Өфө ҡалаһында апрель айында старт алды. Уҙған аҙнала Ейәнсура районы был эстафетаны беҙгә, ә беҙ, кесе йома иртәһендә, уны күгәрсендәргә тапшырҙыҡ.
Эстафета «10000 аҙым» акцияһы менән тамамланды.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.Климов фотоһы.
Читайте нас: