Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Июль 2019, 11:39

Бокс буйынса Урал аръяғының асыҡ чемпионаты

12 июлдән 14 июлгә тиклем Йылайыр районында “Алға, Зауралье-2019” йәштәр фестивәле уҙғарылды. Сараның урыны тип райодың Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар-Бәләкәй Яманташ тип исемләнгән йәмле һаҡмар буйы һайлынылды.

12 июлдән 14 июлгә тиклем Йылайыр районында “Алға, Зауралье-2019” йәштәр фестивәле уҙғарылды. Сараның урыны тип райодың Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар-Бәләкәй Яманташ тип исемләнгән йәмле һаҡмар буйы һайлынылды.
Өс көн барған фестиваль өсөн ойштороусылар бай һәм йөкмәткеле программа әҙерләгәндәр: концерттар, спорт ярыштары, дискотекалар, төҫтәр фестивале һ.б. Шулай ҙа, сараның иң сағыу мәлдәренең береһе – Бокс буйынса Урал аръяғының асыҡ чемпионаты.
Ике көнгә ҡаралған бокс ярышында Хәйбулла, Бөрйән, Белорецк, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан һәм Бәләбәйҙән 60 боксер көс һанашты. 10 йәштән 16 йәшкә тиклемге спортсылар төрлө ауырлыҡ категорияһына бүленделәр. Нимәһе ҡыҙыҡлы, тәжрибәле бокссылар менән берлектә рингҡа тәүге тапҡыр сыҡҡандарҙа булды.
Чемпионатты тантаналы асыу ваҡытында спортсыларҙы, йыйылған ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы БР Бокс Федерацияһының президенты Сәғит Аслаев, Бөтә Рәсәй категориялы судья, ярыштың баш судьяһы Ғәйфулла Сарин, шулай уҡ Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алексадр Коротков сәләмләнеләр.
Бокс буйынса ярыш 13 июль башланды. Ул көндө спортсылар финалға үтеү хоҡуғына көрәштеләр. 14 көнө, финалда, иңдәрҙән-иңдәр рингта ҡапма ҡаршы осраштылар.
Ғәҙел судьялар күҙәтеүе аҫтында үткән ярыш һөҙөмтәлерен 14 июль иғлан иттеләр. Еңеүселәр исемлектәре бик ҙур, шуға ла киләһене генә яҙып үтәйем: “Иң яҡшы бокссы” исеменә Иван Ҡунафин лайыҡ булды.
Бик ойошҡанлы үткән бокс буйынса Урал аръяғы чемпионаты бик көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы барҙы. Спортсыларҙың ихтияр көстәре, түҙемлектәре, ҡыйыулыҡтары бигрәктә һоҡландырҙы. Уларҙың барыһына ла тик уңыштар һәм еңеүҙәр теләге килә!
З. Мсуина.
Читайте нас: