Турнирҙа Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән 250-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Ҡаҙағстан Республикаһынан хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа булыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Биш кешенән торған беҙҙең район командаһы миҙгелде яҡшы һөҙөмтәләр менән асты. Был турнирҙан ағалы-ҡустылы Гамлет менән Арман Абраамяндар көмөш призерҙар булып ҡайттылар. Әйткәндәй, турнирҙа Учалы ҡалаһы намыҫын яҡлап ҡатнашҡан беҙҙең район егете Марат Ҡолһарин да көмөш призер булды.