Турнир ҡыҙыу барҙы. Бөтә призерҙар һәм еңеүселәр район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенән миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнде. Шулай итеп, ир-егеттәр араһында Йылайыр ауылынан Салауат Амантаевҡа еткәндәр булманы, оҫта тенниссы беренсе урын яулауға иреште. Һабыр ауылынан Шәһит Әҙелгилдин – икенсе, район үҙәгенән Вәкил Таһиров өсөнсө урындар яуланы.