Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь 2019, 17:10

ГТО-ны уңышлы тапшырҙылар

Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының һәм Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәптең өсөнсө класс уҡыусылары Башҡортостандың дөйөм белем биреү учереждениеларында уҙғарылған “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты сиктәрендә “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында ГТО нормативтарын тапшырҙылар.

Күнекмәнән һуң уҡыусылар 30 метрға йүгереү, ҡулдарҙа кәүҙәне күтәреү, гимнастик эскәмйәлә торған килеш алға эйелеү, йыраҡлыҡҡа һикереү, кәүҙәне күтәреү буйынса норматив үтәне. Барлыҡ һынауҙар уңышлы тапшырылды.
Читайте нас: