Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Май 2020, 16:25

Әлшәй районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө

Әлшәй районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө тамамланды. Йыл ярым эсендә төҙөлгән объектты төҙөүгә 144 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Заманса спорт комплексының дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу. Был район үҙәге Раевка ҡасабаһындағы икенсе спорт комплексы һәм районда төҙөлгән тәүге бассейнда 25 метр оҙонлоҡта дүрт йөҙөү һыҙаты, халыҡ-ара спорт ярыштарын үткәреү мөмкинлеге булған спорт залы, тренерҙар һәм сисенеү-кейенеү бүлмәләре бар. Подрядсы ойошма заказсының бар талаптарын үтәп төҙөгән объектта һыу таҙартыу, һауа елләтеү автоматик режимда башҡарыла, климат контроль системаһы эшләй, тауыш йота торған махсус изоляция һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә шарттар булдырылған. Әлеге ваҡытта физкультура-һауыҡтырыу комплексы бассейны һыу менән тулы, карантин тамамланыу менән был комплекс рәсми рәүештә асылып, тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ.
Әлшәй районында ғына дүрт мең ярым мәктәп уҡыусыһы, ете меңдән ашыу йәштәр иҫәпләнә. Быға тиклем йәштәр район үҙәгендә эшләп килгән «Ыласын» спорткомплексында шөғөлләнгән. Әммә ул физкультура менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең бөтәһен дә үҙенә һыйҙыра алмаған. Районда бессейны булған яңы физкультура һауыҡтырыу комплексы асылыу -ҡалған йәштәргә лә спорт менән шөғөлләнеп, сәләмәт тормош алып барыуға киң мөмкинлектәр асасаҡ.
Читайте нас: