Февраль башында Тольятти ҡалаһында Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм беренселеге үткәрелде. Был ярышта Йылайыр балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты.
Марат Ҡолһарин үҙ категорияһында Һамар өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы кикбоксерҙарын еңеүгә ҡарамаҫтан, ярым финал алышында Удмуртия спортсыһынан еңелеп, бронза миҙалға лайыҡ булды. Михаил Годуленко менән Роман Балтыбаев та үҙ ауырлыҡ категорияларында бик уңышлы сығыш яһап, көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы. Командабыҙ иҫәбендәге берҙән-бер алтын миҙалға Валерий Малоземов лайыҡ булды. Был миҙал уға бик еңел бирелде, сөнки Валерий үҙенең ауырлыҡ категорияһында берҙән-бер кикбоксер булып сыҡты, шул сәбәпле, ярыш ҡағиҙәләре буйынса, нәҡ ул еңеүсе тип билдәләнде лә инде.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса Михаил Годуленко Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составында апрель урталарында Мәскәү өлкәһенең Одинцово ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.
Спортсыларыбыҙға уңыштар теләп, афарин, тип әйтергә генә ҡала!