“Күңелле старттар” ҙа, саңғы ярышы ла бик көсөргәнешле һәм сәмле барҙы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәп уҡыусылары командаһы (етәкселәре Ю.А.Пряхин, М.Г.Семёнова) – беренсе, Юлдыбай урта мәктәбе уҡыусылары командаһы (етәксеһе Г.С.Әптикәева) – икенсе, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы командаһы (етәкселәре В.Ю.Таһиров, И.Ю.Садовников) өсөнсө урындарҙы алып, район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Саңғы ярышының муниципаль этабы “Йондоҙло” сәләмәтләндереү комплексы базаһында үтте. Классик уҙышта Бәрҙәш, Йомағужа һәм Яманһаҙ урта мәктәптәре командалары (етәкселәре Т.К.Сергеева, А.В.Шаһиғәлина, Ш.Ш.Йомағужин) яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Ҡыҙҙар араһындағы эстафетала – Бәрҙәш урта мәктәбе командаһына, ә үҫмерҙәр араһында Яманһаҙ урта мәктәбе командаларына етеүсе булманы.
Бөтә төр ярыштарҙың дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса беренсе урын – Бәрҙәш, икенсе урын – Яманһаҙ, ә өсөнсө урын Йылайыр урта мәктәбе командаларына бирелде.