Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ғинуар 2021, 12:16

Мини-футбол

Спорт ветерандары көс һынашты

Үткән ял көндәрендә Юлдыбай ауылының «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тарафынан ветерандар араһында мини-футбол турниры ойошторолдо. Футбол яратыусы спортсылар бик әүҙем йыйылдылар. Юлдыбай, Матрай, Йылайыр һәм Һабыр ауылы ветерандар командалары көс һынашып, яҡшы кәйеф, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайттылар.
Турнир йомғаҡтары буйынса Юлдыбай ауылы ветерандар командаһы беренсе урынды яуланы. Йылайыр ауылы футболсылары икенсе булһа, почетлы өсөнсө урынды Һабыр ауылы ветерандар командаһы алды.
Юлдыбай ауылынан Азат Шәрипов – “Иң яҡшы һөжүмсе”, Ашҡаҙар ауылынан Рәил Юламанов – “Иң яҡшы һаҡсы”, Йылайыр ауылы ветерандар командаһынан Даян Аҡҡужин “Иң яҡшы бомбардир”номинацияларында билдәләнде.
Спорт – сәләмәтлек нигеҙе. Быны оноторға ярамай. Был турнир спортты үҫтереү, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау маҡсаты менән бик яҡшы кимәлдә ойошторолоуын, ҙур күтәренкелек менән үтеүен билдәләргә кәрәк. Ветерандарыбыҙ исеменән сараны ойоштороп, тәмле төшкө аш менән һыйлап оҙатыуҙары өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ф.Әбделмәнов.
Читайте нас: