Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2021, 12:35

Дан өсөн көрәшә ир-егеттәр!

13 февраль көндө Йомағужа урта мәктәбенең спорт залында милли көрәш ярышы буйынса район беренселеге үтте. Сара, ғәҙәттәгесә, яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә арналды.Тулыраҡ:

Унда район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Ф.Ф.Әбделмәнов, яугир-интернационалист А.Абсатаров ҡатнашты.
Йомағужа урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы С.Й.Мозафаров Рафаэль Ҡолһарин тураһында ҡыҫҡаса һөйләне, сараның әһәмиәте хаҡында әйтте.
Турнирҙа райондың иң яҡшы 60 көрәшсеһе ҡатнашты. Ярыш көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә 32 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында – Рифат Атанбаев (Йомағужа), 35 кг тиклем – Марсель Аҡҡужин (Йомағужа), 40 кг тиклем – Тимур Сиразетдинов (Юлдыбай), 45 кг тиклем – Рияз Иҫәндәүләтов (Юлдыбай), 50 кг тиклем – Эдуард Горшенин (Юлдыбай), 55 кг тиклем Тимур Өмөтбаев (Юлдыбай), 60 кг тиклем – Айназ Мөхәмәтрәхимов (Юлдыбай), 65 кг тиклем – Айгизәр Йәрмөхәмәтов (Юлдыбай), 70 кг тиклем – Вилдан Ҡолһарин (Юлдыбай), 70 кг ауырыраҡтар араһында Айнур Илбаҡтин (Йомағужа) беренсе урындар алды.
Өлкәндәр араһында үҙ ауырлыҡ категорияларында Йомағужанан Радик Йомағолов, Салауат Рәмов, Тимербулат Йәнбәков, Айгиз Илбаҡтин еңеүселәр булды.
Читайте нас: