Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Апрель 2021, 09:15

Самбо – көслөләр ярышы!

Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған саралар дауам итә. Ял көндәре Йылайырҙағы “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында уҙғарылған самбо буйынса ярыш та атамалы йылға бағышланып уҙғарылды.

Аҙаҡҡы йылдарҙа самбо беҙҙең районда ла популярлыҡ яулай бара. Самбо менән малайҙар ғына түгел, ә ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә. Был юлы үткән ярышта Йылайыр һәм Хәйбулла райондарынан 60-тан ашыу спортсы ярышты.
33 миҙалдың 13-өн “Sambo Zilair” командаһы алды. Шуларҙың 5-әүһе – алтын, 4-әүһе – көмөш, ҡалғаны бронза. Беҙҙең команданан Нурислам Әхмәров, Ангелина Бикчурина, Платон Андреев, Дарья Квашенникова һәм Николай Ерофеевтар – беренсе, Рамзан Ҡолһарин, Айтуған Дилмөхәмәтов, Даниил Еремин һәм Карина Ерёмина – икенсе, ә Егор Горшенин, Кирилл Ерёмин, Динислам Әхмәров һәм Аделина Сәғитовалар өсөнсө урындар яуланы.
Ярышта ҡатнашҡан балалар һәм уларҙың тренерҙары шундай матур сара ойошторғандары өсөн район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенә айырым рәхмәт белдерә.
Афарин, уҡыусылар! Артабан да район данын күтәрерҙәй сығыштар яһағыҙ, еңеүҙәрегеҙ күп булһын!
Читайте нас: