Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Апрель 2021, 11:35

“2021 аҙым” акцияһы дауам итә!

Сәләмәтлек – иң ҙур байлыҡ! Бының менән беҙҙең район халҡы ла килешә һәм сәләмәтлеген нығытыу өсөн төрлө файҙалы саралар уҙғарып тора.Шундайҙарға “2021 аҙым” акция-эстафетаһын индерергә була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мартта Сидоровка ауылы халҡы “2021 аҙым” акцияһы иғлан итеп, Сидоровка ауылынан Сәлимгә скандинав таяҡтар менән йәйәү барҙы һәм эстафетаны сәлимдәргә тапшырҙы. Әйтергә кәрәк, ауылдар араһындағы ара 6 километр тәшкил итә, әммә үҙ һаулығын ҡайғырта белгәндәр өсөн был ара бер ни түгел.
Апрелдең 7-һендә иһә сәлимдәр был акцияны яманһаҙҙарға тапшырҙы.
– Матрай-Яманһаҙ трассаһында Яманһаҙ һәм Һултантимер ауылдары халҡы менән эстафетаны матрайҙарҙан һәм сәлимдәрҙән ҡабул иттек. Клуб хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр һәм “Фәтихә” ойошмаһы ҡатындары тарафынан бай йөкмәткеле концерт әҙерләп ҡунаҡ ҡаршыланыҡ. Бергәләшеп конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнаштыҡ. Ҡунаҡсыллығыбыҙҙы күрһәтеп, барынса һыйлап, самауыр сәйҙәре эсереп оҙаттыҡ, – ти Яманһаҙ ауыл биләмәһе башлығы Ислам Амантаев.
Шуны ла иҫегеҙгә төшөргө килә, “2021 аҙым” эстафетаһы бөтә районды урап сығасаҡ. Ошо арала яманһаҙҙар уны юлдыбайҙарға тапшырасаҡ. Сәләмәтлекте нығытыуҙы, әүҙемлекте арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған “2021 аҙым” эстафетаһы халыҡ тарафынан ыңғай ҡабул ителеп, унда ҡатнашырға теләүселәр күп булыуы һоҡландыра!
Читайте нас: