Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Октябрь 2021, 09:55

Өсөнсө урын икенсе урындан яҡшыраҡ

Быны психологтар ҙа раҫлай, имеш Ни өсөн икәнен, әгәр ҡыҙыҡһынһағыҙ, үҙегеҙ төпсөнөрһөгөҙ, ә мин күмәк, мәҫәлән, етәү араһында өсөнсө булыу һис кенә лә насар түгел тип әйтер инем.

Өсөнсө урын икенсе урындан яҡшыраҡ
Өсөнсө урын икенсе урындан яҡшыраҡ

“Етәү” тигәнем – үткән аҙна аҙағында өс көн буйы Сибай ҡалаһында 2009 йылғы һәм унан йәш үҫмерһәр һәм ҡыҙҙар араһында үткән баскетбол буйынса Башҡортостан беренселегендә ҡатнашҡан ете команда, ә шулар араһында өсөнсө булғаны – Юлдыбай ауылының “Батыр” физкультура-сәләмәтләндереү комплексына “баскетболға йөрөүсе” ҡыҙҙар командаһы. Баймаҡ, Учалы, Сибай, Салауат һәм Өфө (ике команда) ҡалалары командалары (иғтибар итегеҙ: ҡала командалары) араһында, өфөләр менән сибайҙарҙан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды алып ҡайтҡан баскетболистка ҡыҙҙар Рәмзилә Әптикәева, Гөлиә Алсынова, Динә Атанғолова, Ләйсән Иҫәндәүләтова, Айлина Ҡоҙашева, Зиләйлә Ҡолһарина, Элина Ҡорбанғәлиева, Эльза Моталлапова, Әлиә Рафиҡова, Азалиә Рәхмәтуллина, Илгизә һәм Фәниә Шәриповаларҙы, шулай уҡ уларҙың тренеры Ләйсән Ҡоҙашеваны ҡотлайбыҙ һәм яңы, тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: