Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март 2022, 15:01

Эдуард Латипов– Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Рәсәй Спорт министрлығының Өфө биатлонсыһы Эдуард Латиповҡа «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» тигән почетлы исем биреү тураһында бойороғо баҫылып сыҡты.

«Бойороҡҡа Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин ҡул ҡуйған», — тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Эдуард Латиповтың Пекиндағы Олимпиадала өс бронза миҙал яулауы хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: